Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Август 2022, 16:05

Фекерҙәштәр командаһы

Әжекәй мәктәбендә тәжрибәле етәксе Альберт Солтанов етәкселегендә һәр төрлө мәсьәләне ыңғай хәл итә алған, дуҫ, ижади коллектив эшләй.

Фекерҙәштәр командаһы
Фекерҙәштәр командаһы

Бында үҙ һөнәренә ысын күңелдән бирелгән кешеләр хеҙмәт итә. 12 педагогтың барыһы ла юғары квалификация категорияһына эйә. Татар теле уҡытыусыһы Минзәлә Абзалова, география уҡытыусыһы Тәлғәт Нурыев һәм физика уҡытыусыһы Альберт Солтанов “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” исеменә лайыҡ булдылар.
Күп йылдар дауамында коллектив составы үҙгәрешһеҙ ҡала. Мәктәптә партнерлыҡ хеҙмәттәшлеге, үҙ-ара ихтирам һәм ышаныс атмосфераһы өҫтөнлөк итә.
Һәр педагогтың үҙ ҡаҙаныштары бар. Мәғариф алдынғылары Асия Сәфәрова һәм Рәфизә Ғәтиәтуллина “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә педагогик эшмәкәрлектә ҡаҙаныштары өсөн иң яҡшы уҡытыусыларға премия биреү конкурсында еңеүсе булды. Улар хәҙер хаҡлы ялда. Эльза Кинйәбаева ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусы булараҡ грант алды.
Оҙаҡ йылдар эшләп килгән Әлфинә Әсбапова – эшһөйәр, ярҙамсыл, үҙ бурыстарын уңышлы үтәй.
Мәктәп үҙенең изге, һәләтле, төрлө яҡлап мауығыусан уҡыусылары менән ғорурлана. Уларҙың күбеһе район һәм республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Мәҫәлән, 2021-2022 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса математика уҡытыусыһы Зөлфиә Әсбапованың тәрбиәләнеүселәре “Математик карусель” VІІ республика асыҡ математика турнирында икенсе урын алды.
Мәктәпте тамамлаусылар берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырып, Өфө, Мәскәү, Екатеринбург, Ҡазан ҡалаларының абруйлы вуздарында уҡый.
Мәктәп тормошонда ата-әсәләр ҙә ҙур роль уйнай. Улар белем биреү процесына ыңғай ҡарашта, уҡытыусыларға әүҙем ярҙам итә.
Биология уҡытыусыһы Фларит Солтанов етәкселек иткән мәктәп яны участкаһы – белем биреү учреждениеһының ғорурлығы. Коллектив һәм уҡыусылар тырышлығы менән мәктәп ашханаһында туҡланыу өсөн йыл һайын баҡсала мул йәшелсә һәм емеш-еләк үҫә.
Наталья РУСИНОВА.

Автор:Лариса Михалькова