Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Июль 2022, 09:45

Талантлы уҡыусыларға премиялар тапшырылды

Район хакимиәтенең ултырыштар залында берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырғанда, шулай уҡ конкурс һәм олимпиадаларҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, спорт ярыштарында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы үтте. Улар район хакимиәте башлығы премияһы менән бүләкләнде.

Талантлы уҡыусыларға премиялар тапшырылды
Талантлы уҡыусыларға премиялар тапшырылды

Тәбрикләү һүҙе менән йыйылыусылар алдында хакимиәт башлығы Әнис Әсәҙуллин сығыш яһаны. Ул уҡыусыларҙы сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшырыуҙары, юғары күрһәткестәргә өлгәшеүҙәре менән ҡотланы. Үҙҙәре һайлаған уҡыу йорттарына уҡырға инеп, дипломлы белгес булыуҙарын теләне.
Шулай уҡ уҡытыусыларға һөнәри оҫталыҡтары, сабырлыҡ һәм хәстәрлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Бынан тыш, Әнис Ҡасим улы баланың һәр ҡаҙанышы артында ата-әсәнең оло хеҙмәте тороуына иғтибар итте, сөнки улар ошо йылдар дауамында балаларҙы иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып алып, талантын асырға ярҙам иткән.
Быйыл район хакимиәте башлығы премияһы конкурсында еңеүселәр:
Анита Ғафарова, Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһын тамамланы (ата-әсәһе – Ира Хәмзә ҡыҙы һәм Ринат Борис улы, класс етәксеһе – Ләйсән Абдулхаева). Шулай уҡ Анита – йәмғиәтте өйрәнеү буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабы призеры һәм “Йыл уҡыусыһы-2022” муниципаль конкурсы еңеүсеһе;
Елизавета Корлыханова, Оло Ыҡтамаҡ ауылының 1-се лицейын тамамланы (ата-әсәһе – Оксана Александровна һәм Сергей Федорович, класс етәксеһе – Зөлфиә Хәйруллина);
Йәмилә Кузнецова, Әләгәҙ мәктәбен тамамланы (ата-әсәһе Юлия Вәхит ҡыҙы һәм Николай Сергеевич, класс етәксеһе – Әнүзә Сираева);
Полина Мальцева, Оло Ыҡтамаҡ ауылының 1-се лицейын тамамланы (ата-әсәһе – Роза Кинйәбай ҡыҙы һәм Аркадий Григорьевич, класс етәксеһе – Светлана Исрафилова);
Рөстәм Саҙиҡов, Оло Ыҡтамаҡ ауылының Башҡорт гимназияһын тамамланы (ата-әсәһе – Гөлнара Әҙеһәм ҡыҙы һәм Вадим Рәйес улы, класс етәксеһе – Ләйсән Абдулхаева).
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова