Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Апрель 2022, 11:00

Мәсетле уҡыусылары – Ломоносов уҡыуҙарында

Район мәктәптәре уҡыусылары “Ломоносов уҡыуҙары” XXIII Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты.

Мәсетле уҡыусылары – Ломоносов уҡыуҙарында
Мәсетле уҡыусылары – Ломоносов уҡыуҙарында

Был конференция тикшеренеү һәм проект эшмәкәрлеге аша уҡыусыларҙың интеллектуаль-ижади потенциалын үҫтереү өсөн шарт булдыра. Конференция барышында лингвистика, математика, химия, биология, экология, география, рәсем, музыка һәм башҡа йүнәлештәр буйынса тикшеренеү эштәре алып барыла.
Быйыл, эпидемиологик хәлгә бәйле, конференция дистанцион форматта уҙҙы.
Дыуан-Мәсетле мәктәбе уҡыусылары химия һәм биология уҡытыусыһы Гөлнара Ғәлиева етәкселегендә “Ломоносов уҡыуҙары” конференцияһында йыл да ҡатнаша. Быйыл да улар яҡшы йоланан тайпылманы. Фәнни эшмәкәрлектә 10-сы класс уҡыусылары юғары һөҙөмтә, яңылыҡ һәм фәнни ҡараш күрһәтте.
Алида Ғатауллина (һүрәттә – уңда) “Химик тикшеренеүҙәр” секцияһында III дәрәжә дипломға лайыҡ булды, Камилла Фазылова “Биологик тикшеренеүҙәр” секцияһында III дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
– Ҡыҙҙар тикшеренеү эштәрен яҡшы башҡарҙы, – ти Гөлнара Урал ҡыҙы. – Ошондай абруйлы фәнни сараның II һәм III дәрәжә дипломдары – уларҙың хеҙмәте өсөн лайыҡлы награда ул!
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА
әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова