Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Март 2022, 15:30

Лагерға путевка һатып алыу тураһында

Уҡыу йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларының ялы тураһында уйлана башланы ла инде. Мәсетле районы мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылғы йәйге һауыҡтырыу миҙгеленә ғаризалар ҡабул итеү башланды.

Лагерға путевка һатып алыу тураһында
Лагерға путевка һатып алыу тураһында

Мәсетле районы биләмәһендә йәшәгән һәр ата-әсәнең (законлы вәкилдең) балалар һауыҡтырыу лагерына юллама һатып алыу мөмкинселеге бар. Бының өсөн http:/ rest.edu-rb.ru һылтанмаһы буйынса дәүләт мәғлүмәт системаһының (ГИС – государственная информационная система) мәғлүмәт порталы аша ғариза яҙырға кәрәк. Ял итеүгә ғаризалар мәктәп йәшендәге балаларҙың ата-әсәләренән ҡабул ителә.
Мәсетле районының мәғариф бүлеге Мәсетле районында йәшәгән мәктәп йәшендәге балалар өсөн Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан балаларҙың ялын ойоштороу һәм уларҙы сәләмәтләндереүгә (уларҙың ойоштороу-хоҡуҡи формаларына ҡарамайынса) яҙғы, көҙгө, ҡышҡы каникулдар осоронда ете көн өсөн өлөшләтә, йәйге осорҙа 21 көндән кәм булмаған путевканың уртаса хаҡынан 70 процент күләмендә түләй.
2022 йылда балаларҙың ялын ойоштороу һәм уларҙы миҙгелле йәиһә йыл әйләнәһенә сәләмәтләндереүгә юлламаның уртаса хаҡы 19782 һум тәшкил итә. Ата-әсәләр иғәнәһе – юлламаның уртаса хаҡынан 30%, йәғни 5934,60 һум.
Әгәр ата-әсәләргә дәүләт мәғлүмәт системаһы порталы аша ғариза биргәндә ҡыйынлыҡтар тыуһа, балаларҙың ялы өсөн ғаризаны Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 29/1 адресы буйынса урынлашҡан мәғариф бүлегендә бирергә мөмкин.
Юллама алыу өсөн ғариза, баланың тыуыу тураһында таныҡлығы (14 йәше тулһа – паспорт) күсермәһе, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2010 йылдың 15 декабрендәге 834-се һанлы бойороғо менән раҫланған 079/у формаһы буйынса “Баланың ялын ойоштороу һәм уны һауыҡтырыуға ебәрелгән баланың һаулығы тураһында медицина белешмәһе”, ғариза биреүсенең шәхси мәғлүмәттәрен эшкәртеүгә ризалыҡ, бала уҡыған урындан белешмә килтерергә кәрәк.
Бынан тыш, 2022 йылда “Туристик кэшбек” программаһы эшен дауам итә. Балаларҙың ялы һәм уларҙы сәләмәтләндереү мәсьәләләре буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте 8 (34770) 2-00-09 телефоны буйынса алырға мөмкин (йәйге ял буйынса координатор – Азалия Сәхәүетдинова).
Мәсетле районы мәғариф бүлеге.

Фото

Автор:Лариса Михалькова