Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Март 2022, 16:20

Башҡортостан парламенты туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса мәғариф тураһындағы федераль законды үҙгәртергә тәҡдим итә

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы федераль закон проектын Дәүләт Думаһына индерергә йыйына.

Башҡортостан парламенты туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса мәғариф тураһындағы федераль законды үҙгәртергә тәҡдим итә
Башҡортостан парламенты туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса мәғариф тураһындағы федераль законды үҙгәртергә тәҡдим итә

«Закон проекты дөйөм белем биреү ойошмаларында туған телде һәм туған әҙәбиәтте өйрәнеүгә ҡағыла, — тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Ул туған телен һәм әҙәбиәтен тәрәнерәк үҙләштерергә теләге булған балаларға ошо фәндәрҙе өйрәнеү өсөн шарттарҙы киңәйтә».

Мәғариф тураһындағы ғәмәлдәге законға төҙәтмәләр, уҡыусыларға этномәҙәни йүнәлештәге белем биреү программаларын һайлап алыуҙан тыш, мәктәптә 11 йыл буйына туған телде һәм туған әҙәбиәтте өйрәнергә лә мөмкинлек бирер ине, тип иҫәпләй республика парламентарийҙары,

«Закон проектында Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдарына этномәҙәни йүнәлештәге программаларҙы тормошҡа ашырған белем биреү ойошмаларына балаларҙы ҡабул итеү ҡағиҙәләрен үҙҙәренә билдәләү мөмкинлеген бирергә, шулай уҡ туған тел һәм туған әҙәбиәт буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы форматын үҙгәртергә тәҡдим ителә, — тине Константин Толкачев. — Атап әйткәндә, башҡа фәндәрҙән БДИ кеүек, төбәк дәүләт имтиханын үткәрергә, ә уның һөҙөмтәләрен юғары уҡыу йортона туған тел уҡытыусыларын йәки башҡа белгестәрҙе әҙерләү буйынса профилле белем биреү программаларына ҡабул иткәндә иҫәпкә алырға».

Дөйөм алғанда, закон проекты Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен һәм милли мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән.

«Закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итер алдынан беҙ түңәрәк өҫтәл үткәрҙек, унда Рәсәй Федерацияһының ун милли республикаһынан депутаттар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм ғалимдар менән ошо хаҡта фекер алыштыҡ,  — тип хәбәр итте республика парламенты спикеры. —Коллегаларыбыҙ закон проекты концепцияһын хупланы».

«Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы федераль закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итеү хаҡында ҡарар март аҙағында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың киләһе пленар ултырышында ҡабул ителә.

Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Автор:Лариса Михалькова