Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Ғинуар 2022, 16:00

Райондың мәғариф системаһына юғары баһа бирелде

Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин етәкселегендә “2021 йылда төп дөйөм һәм урта дөйөм белем биреү программалары һәм башҡа баһалау процедуралары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы уҙғарыу сифаты һәм объективлығы, 2022 йылда дәүләт йомғаҡлау аттестация-һын үткәреүгә әҙерлек” темаһына республика йомғаҡлау кәңәшмәһе уҙҙы.

Райондың мәғариф системаһына юғары баһа бирелде
Райондың мәғариф системаһына юғары баһа бирелде

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Игорь Круглинский һәм “Федераль тест үткәреү үҙәге” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы директоры урынбаҫары Ирина Синькова ҡатнашлығында “Мәғариф сифаты менән идара итеүҙең муниципаль механизмдары һөҙөмтәлелеген баһалау” темаһына түңәрәк өҫтәл уҙҙы.
Сарала мәғариф мәсьәләләре өсөн яуаплы муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре вәкилдәре, мәғариф өлкәһендә идара итеүҙе тормошҡа ашырыусы урындағы үҙидара органдары етәкселәре, Башҡортостан Республикаһы муниципаль район һәм ҡала округтарының муниципаль координаторҙары ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Мәсетле районы мәғариф бүлеге эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе: 2021 йылда Берҙәм дәүләт имтиханының төп осорон һәм башҡа баһалау процедураларын үткәреүҙең сифатын һәм объективлығын берләштерелгән баһалау һөҙөмтәләре буйынса Мәсетле районы, мөмкин булған 250 балдан 240-ты йыйып, Күмертау ҡалаһы менән бер рәттән рейтингта беренсе урын алды (2020 йылда муниципалитет 6-сы урынды биләне). Уҡытыу сифатын интеграциялы баһалау нигеҙендә, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләренән тыш, түбән белем биреү һөҙөмтәләре булған мәктәптәр менән бүлектең эше, белем биреү сифаты менән идара итеүҙең муниципаль механизмдарын камиллаштырыу һәм баһалау процедураларын үткәреү анализланды. Белем биреү сифаты менән идара итеүҙең муниципаль механизмдары һөҙөмтәлелеген баһалау һәм баһалау процедураларын объектив үткәреү буйынса Мәсетле районы республиканың иң яҡшы һигеҙ муниципалитеты иҫәбенә инде. Баһалау өсөн алынған төп күрһәткестәр түбәндәгесә: “Белем һәм (йәиһә) квалификация, уҡыу хаҡында документтар тураһында федераль мәғлүмәт реестры” Федераль мәғлүмәт системаһына уҙған йыл сығарылыш класс уҡыусыларының белеме тураһында аттестат мәғлүмәттәрен индереү ваҡытын һәм тулылығын үтәү; белем биреү сифаты менән идара итеү механизмдарын баһалау системаһының булыуы һәм эшләүе (бында тәрбиәүи, һөнәри йүнәлеш биреү эше, педагогик хеҙмәткәрҙәрҙе аттестациялау, һәләтле балалар менән эшләү, мәктәпкәсә белем биреү инә); ағымдағы йылда һөҙөмтәләрҙең объектив булмауы билдәләре булған зонаға инмәйенсә, бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен уҙғарыу; Бер-ҙәм дәүләт имтихандары объективлығын, технологик яҡтан тәьмин итеүҙе ойоштороу; имтихан һөҙөмтәләрен баһалау сифаты; дәүләт йом-ғаҡлау аттестацияһын үткәргәндә ойоштороу-технологик боҙоуҙар булмауы; социаль селтәрҙәрҙә урындағы үҙидара органдарының әүҙемлеге.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Мәсетле районы өсөнсө йыл рәттән “йәшел зона”ға инә һәм муниципалитет йыйған балдар һаны йылдан-йыл арта ғына бара.
Район мәғариф бүлеге Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде, ә белем биреү сифаты менән идара итеүҙең муниципаль механизмдарын баһалауҙа әүҙем ҡатнашҡаны, башҡарылған экспертизаның юғары профессионализмы һәм сифаты өсөн бүлектең баш белгесе, 9-сы һәм 11-се кластарҙағы дәүләт йом-ғаҡлау аттестацияһының муниципаль координаторы Айгөл Ризвановаға Рәхмәт хатын тапшырҙылар.
Мәсетле районы
мәғариф бүлеге.

Автор:Лариса Михалькова