Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2021, 09:30

Уҡытыусылар көнө менән!

Хөрмәтле уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр, педагогик хеҙмәт ветерандары, белем биреү һәм мәктәпкәсә учреждениелар хеҙмәткәрҙәре!

Уҡытыусылар  көнө  менән!
Уҡытыусылар көнө менән!

Ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Тәрбиәселәр, мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр һәм Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!
Балалар баҡсаһында һәм мәктәптә йөрәк ҡушыуы буйынса ғына эшләп була. Сөнки һәр бала менән эшләгәндә уның донъяға ҡарашын һиҙә белергә, уның менән бергә ғәжәпләнергә, танып белергә кәрәк, улар ололар ярҙамы һәм ҡурсалауына мохтаж. Был – күп рухи һәм эмоциональ көс талап иткән эш. Һеҙҙең балаларҙа һәләттәрҙе аса белеү, ҡыҙыҡһыныу уятыу, хеҙмәт яратырға өйрәтеү, ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ирешеүсәнлек, изгелек кеүек сифаттар тәрбиәләй белеүегеҙ маҡтауға лайыҡ.
Үҫеп килгән быуындың киләсәге, төплө белеме һәм рухи байлығы ныҡышмалы хеҙмәттән тора. Хеҙмәтегеҙ райондың, республиканың киләсәген билдәләй. Һеҙҙең тырышлыҡ менән әүҙем, ижади, белемле йәш мәсетлеләр үҫә. Педагогтарҙың уңыштары уҡыусылар яулаған үрҙә сағыла һәм беҙҙең район улар менән ғорурлана.
Һөнәрегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ, битараф булмауығыҙ, төплө аҡыл, иғтибар һәм хәстәрлекле, изге күңелле, һәр балаға күңелегеҙҙе асырға әҙер булғанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.
Һеҙгә донъя именлеге, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, һайлаған һөнәрегеҙҙә ижади уңыштар теләйбеҙ!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.
* * *
Хөрмәтле уҡытыусылар, мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәре һәм педагогик хеҙмәт ветерандары!
Һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Хөрмәтле уҡытыусылар, һеҙҙең тырышлығығыҙ менән бала кәрәкле белем алып ҡына ҡалмай, ә изге күңелле, ысын дуҫ булырға, маҡсатҡа ирешә белергә өйрәнә, иң мөһиме – тормошто һәм рухи ҡиммәттәрҙе аңлай.
Һеҙҙең һөнәри оҫталығығыҙ һәм һиҙгер күңелегеҙ балаларға үҙ-үҙенә ышанырға, иң ҡыйыу һәм заманса хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Ныҡышмалылыҡ, арыу белмәҫ хеҙмәтегеҙ, бер туҡтауһыҙ барған ижади эҙләнеүҙәр менән киләсәк көнгә нигеҙ һалаһығыҙ.
Һәләтегеҙ, һөнәрегеҙгә тоғро булыуығыҙ һәм балаларҙы ихлас яратыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә.
Һеҙгә төплө аҡыл, сыҙамлыҡ, сәләмәтлек һәм яҡшы кәйеф, бәхет һәм донъя именлеге, яҡшы уҡыусылар һәм улар өсөн ғорурлыҡ хистәренең күп булыуын теләйбеҙ!
Мәғариф бүлеге һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәренең район профсоюз комитеты.

Уҡытыусылар  көнө  менән!
Уҡытыусылар көнө менән!
Автор:Лариса Михалькова