Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2021, 14:00

Ҡотлайбыҙ!

Уҡытыу һәм тәрбиә биреү процесын ойоштороуҙағы, камиллаштырыуҙағы уңыштары, күп йыллыҡ тырыш хеҙмәттәре өсөн һәм Уҡытыу- сылар көнө уңайынан Мәсетле районы хакимиәтенең Почет грамотаһы менән наградланалар:

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Әжекәй мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Әлфирә Камалова, Оло Ыҡтамаҡ лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы Айтуған Таһиров, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто методисы Ринат Фәттәхов.
2021 йылда урта дөйөм белем биреү программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы уҙғарыу һөҙөмтәләре буйынса сығарылыш уҡыусыларының юғары балдары өсөн һәм Уҡытыусылар көнө уңайынан рәхмәт иғлан ителә: Башҡорт гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Абдулхаеваға, Әләгәҙ мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Гүзәл Ғилметдиноваға, Башҡорт гимназияһының информатика уҡытыусыһы Айгөл Дадебаеваға, Әләгәҙ мәктәбенең математика уҡытыусыһы Рәйлә Заһитоваға, Оло Ыҡтамаҡ лицейының сит ил телдәре буйынса уҡытыусыһы Зөһрә Михайловаға, Әжекәй мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Мөжиповаға, Оло Ыҡтамаҡ лицейының математика уҡытыусыһы Рәйсә Мофазаловаға, Әжекәй мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Тәлғәт Нурыевҡа, Әләгәҙ мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Сәйфетдиноваға, Оло Ыҡтамаҡ лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Татьяна Сычкинаға, Башҡорт гимназияһының математика уҡытыусыһы Флүзә Хәсәноваға.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Наталья  Русинова