Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Август 2021, 14:00

Ысын шәхес һәм лайыҡлы граждандар тәрбиәләй

Оло Аҡа урта мәктәбе уҡытыусыһы Ирина Рәхимова, күп йылдар райондың мәғариф системаһында эшләп, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре араһында хөрмәт һәм абруй яулаған.

Ысын шәхес һәм лайыҡлы граждандар тәрбиәләй
Ысын шәхес һәм лайыҡлы граждандар тәрбиәләй

Ирина Рәмил ҡыҙы 1966 йылдың 12 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуа. 1983 йылда Оло Аҡа урта мәктәбен, 1990 йылда Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлай. Педагогик биографияһы – үҙ-үҙеңде камиллаштырыу өҫтөндә даими эш, уҡыуҙар, педагогик оҫталыҡ серҙәренә төшөнөү.
Бер нисә йыл рәттән тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары вазифаһын, ғилми-методик эш, уҡытыу-тәрбиә эшен башҡара. Педагогик эшмәкәрлек ваҡытында үҙен яуаплы һәм инициативалы белгес итеп күрһәтә.
Ул алып барған география һәм тарих дәрестәре юғары кимәлдә уҙа. Педагог мәғлүмәт-коммуникация технологияларын эшендә оҫта һәм урынлы ҡуллана, дәрестәрҙе киң мәғлүмәт саралары ярҙамында үткәрә.
Ирина Рәмил ҡыҙы үҙенең педагогик тәжрибәһе менән теләп уртаҡлаша. Уның эш тәжрибәһе 2012 йылда Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институтынан коллегалары, 2014 йылда Мәскәү ҡалаһында уҙған XVI “Мәғариф мөхите” Бөтә Рәсәй форумы тарафынан, шулай уҡ бер нисә тапҡыр методик һәм педагогик совет ултырышында юғары баһа ала. Ул – үҙ эшенең ысын оҫтаһы. Уҡыусылары төплө белем ала, был контроль эш һөҙөмтәләрендә генә түгел, ә Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрендә лә күренә.
Төп дәүләт һәм берҙәм дәүләт имтиханынан география фәнен һайлаған уҡыусылары, күп йылдар дауамында тотороҡло 100 процент уңышлы тапшырып, уҡыу йорттарында белем алыуҙы дауам итә. Ирина Рәмил ҡыҙының уҡыусылары география фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаларының муниципаль һәм төбәк этабында еңеүселәр рәтендә килә. Ул йәйәүле туризм, фәнни-тикшеренеү конференцияларында ҡатнашыуға ҡыҙыҡһыныу уята, шуға ла уҡыусылары төрлө кимәлдәге һынауҙарҙа призлы урындар яулай. Уҡыусыһы Юлиә Рафиҡова 2010 йылда “Ломоносов уҡыуҙары” XI республика фәнни-тикшеренеү конференцияһында наградаға лайыҡ булды.
2020 йылда 5-се класс уҡыусылары Милена Ниғәмәтйәнова һәм Артем Фәйрузов, Башҡортостан Республикаһы мәктәп уҡыусыларының Кесе фәндәр академияһы сиктәрендә уҙған тикшеренеү эштәре республика конкурсында еңеп, III дәрәжә диплом менән бүләкләнделәр.
2011 йылда Ирина Рәмил ҡыҙы “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсында иң яҡшыһы булып танылды. Шул уҡ йылда Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы бүлгән аҡсалата грантҡа лайыҡ булды. 2010 йылда “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” муниципаль конкурсында еңеүсе тип табылды, ә 2021 йылда – финалист.
Ирина Рәмил ҡыҙы балаларҙа белем кимәлен арттырыу өҫтөндә даими эшләй, уҡыусыларына ысын шәхес һәм илдең лайыҡлы граждандары булырға ярҙам итеү бурысын да тәрбиәүи маҡсат итеп ҡуйған.
Радис Әхмәтханов,
Оло Аҡа мәктәбе мөдире.

Автор:Наркес Халиуллина