Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Август 2021, 16:00

Спорт мәктәбенә рәхим итегеҙ!

Балалар-үҫмерҙәр физик әҙерлек клубы (ДЮКФП) 1995 йылда ойошторола. Рәсәй Федерацияһының 2003 йылдың 29 октябрендәге 781-се һәм Мәсетле районы мәғариф бүлегенең 2003 йылдың 21 октябрендәге 81-се ҡарарына ярашлы, ул 2003 йылдың аҙағында Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе итеп (ДЮСШ) үҙгәртелә.

Спорт мәктәбенә рәхим итегеҙ!
Спорт мәктәбенә рәхим итегеҙ!

1995 – 2011 һәм 2012 – 2015 йылдарҙа уның директоры булып Марс Хужин эшләй. 2011-2012 йылда – Артур Сафин. 2015 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем спорт мәктәбен Илгизәр Ғилметдинов етәкләй.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе йыл һайын мәктәп уҡыусылары араһында район спартакиадаһы ойоштора һәм уҙғара. Спартакиада урта һәм төп дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында 12 ярыштан тора.
Спорт мәктәбе тарафынан үткәрелгән асыҡ беренселектә уҡыусыларҙың дөйөм һанынан 305 самаһы мәктәп уҡыусыһы әүҙем ҡатнаша.
Спорт мәктәбенең спорт секция-һында шөғөлләнгән уҡыусылар район йыйылма командаһы составында Башҡортостан Республикаһы мәктәп уҡыусылары спартакиадаһында, Спорт министрлығының ауыл спорт уйындарында һәм башҡа төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнаша.
Район спортсылары милли спорт бәйгеһе “Көрәш”, мини-футбол, саңғы ярышы, волейбол, бокс, шахмат уйындары кеүек популяр спорт төрҙәрендә призлы урын яулай.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 25 тренер-уҡытыусы эшләй, шуларҙың 13-сө – төп, ҡалған 12-һе төп эшмәкәрлеге менән бергә алып бара.
Мәктәптә милли спорт бәйгеһе “Көрәш”, волейбол, мини-футбол, бокс, саңғы ярышы, шахмат, ҡышҡы полиатлон, шайба менән хоккей, баскетбол, акробатика буйынса уҡыу-күнекмә дәрестәре алып барыла.
1 сентябрҙән Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе 6 – 18 йәшлек уҡыусыларҙы үрҙә әйтелгән спорт төрҙәре буйынса күнекмәләргә ҡабул итә. Ғаризалар дүшәмбенән йомаға тиклем сәғәт 9.00-дән 17.00-гә тиклем райондың мәғариф бүлегенең 4-се кабинетында ҡабул ителә. Өҫтәмә мәғлүмәт 8 (34770) 2-03-97 телефон һандары аша.

Автор:Наркес Халиуллина