Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Август 2021, 12:00

Район мәғариф системаһы тураһында мәғлүмәт

Яңы уҡыу йылы башланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Балалар, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар был көндө ҙур тулҡынланыу менән көтә. Мәсетле районы мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың уҙған йылдағы уңыштары, белем биреү усаҡтарының яңы уҡыу йылына әҙерлеге, уҡыу йорттарының кадрҙар менән тәьмин ителеүе һәм хәүефһеҙлек саралары хаҡында һөйләне.

Район мәғариф системаһы тураһында мәғлүмәт
Район мәғариф системаһы тураһында мәғлүмәт

“Мәсетле районы муниципаль мәғариф системаһы 12 урта, дүрт төп, һигеҙ башланғыс мәктәптән, 25 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһынан, ике өҫтәмә белем биреү учреждениеһынан – Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонан, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән тора.
Районда барлығы 439 педагог эшләй, уларҙың 317-һе – уҡытыусылар, 91-е – мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтары, 16-һы – Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогы, 16-һы – Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары. Район мәктәптәрендә 17 йәш педагог эшләй: 7 уҡытыусының эш стажы 2 йылға тиклем тәшкил итә, 17 йәш педагогтың – 2 – 5 йыл. 48 уҡытыусының хеҙмәт стажы – 5 – 10 йыл, 226 педагог 20 йылдан ашыу эшләй.
2020-2021 уҡыу йылында мәктәпкәсә белем биреү 25 балалар баҡсаһында һәм бер дөйөм белем биреү мәктәбе-балалар баҡсаһында ойошторолдо. Барлығы мәктәпкәсә учреждениеларҙа дөйөм йүнәлештәге 58 төркөм бар. Тағы ла бер төркөм Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ромашка” балалар баҡсаһында телмәр-ҙәрендә етешһеҙлектәр булған балалар өсөн булдырылған. Уҙған йылда дөйөм йүнәлештәге 57 төркөм эшләне, ә 2021 йылдың сентябрендә Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Башаҡҡай” балалар баҡсаһы филиалы – Кесе Ыҡтамаҡ ауылындағы “Дюймовочка” балалар баҡсаһында 2 айлыҡтан алып 3 йәшкәсә балалар өсөн махсус төркөм асылды. Балалар баҡсаһына даими йөрөгән балалар һаны 1241 тәшкил итә.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Балалар сәнғәт мәктәбе аша уҡыусыларҙың 73,5 проценты (1714 уҡыусы) өҫтәмә белем ала.
2021 йылда имтихан кампанияһында 11 кластарҙан 89 сығарылыш уҡыусыһы ҡатнашты. Уларҙың 88-ҙе урта дөйөм белем тураһында аттестат алды, 22-һе мәктәпте “Уҡыуҙа айырым уңыштары өсөн” миҙалына тамамланы (2020 йылда – 12 кеше).
Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары балл йыйғандар һаны артты. 2019 йылда уларҙың һаны 12 булһа, 2020 йылда – 24, быйыл – 40. Икенсе йыл рәттән 100 балл йыйыусылар бар. Быйыл Оло Ыҡтамаҡ лицейы уҡыусыһы Варвара Лешкова әҙәбиәттән берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға яҙҙы (уҡытыусыһы Розалия Хорамшина), Анастасия Меркулова тарих менән инглиз теленән 97 балл йыйҙы (Любовь Корягина һәм Зөһрә Михайлова).
233 уҡыусы төп дөйөм белем тураһында аттестат алды, шуларҙың 14-е – тик “бишле” билдәләре менән генә.
130-ға яҡын педагогик хеҙмәткәр Рәсәй һәм республика наградаларына эйә. Райондың мәғариф системаһында эшләй: бер Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, алты Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, 12 уҡытыусы “Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре” билдәһенә эйә, бише – “Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы”, 54-те – “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы”. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән 13 педагог бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән – 38 педагог.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2019 йылдың 11 июнендәге “Башҡортостан Республикаһының ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттар тураһында”ғы 170-се Указына ярашлы, 35 йәшкә тиклемге өс уҡытыусы 690 мең һум күләмендә грантҡа эйә булды.
2020-2021 уҡыу йылында район мәғариф ойошмаларының 91 педагогына квалификация категорияһы бирелде, шул иҫәптән беренсе квалификация категорияһы – 15 педагогка.
76 педагог, шул иҫәптән 51 уҡытыусы, бер өлкән тәрбиәсе, туғыҙ тәрбиәсе, ете өҫтәмә белем биреү педагогы, тренер-уҡытыусы, йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы, педагог-психолог, логопед, социаль педагог, интернатта эшләүсе өс тәрбиәсе, муниципаль терәк үҙәге методисы юғары категорияға эйә булған.
15 педагог беренсе категорияға аттестация үтте. Улар араһында һигеҙ уҡытыусы, биш тәрбиәсе, физкультура инструкторы, тренер-уҡытыусы бар. 13 педагог тәүге тапҡыр аттестация үтте.
Мәғариф системаһы эшмәкәрлегендә профессиональ оҫталыҡ конкурстары айырыуса урын биләп тора. 2020-2021 уҡыу йылында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының муниципаль этабы уҙҙы. Уның нигеҙендә “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы-2021”, “Өҫтәмә белем биреү учреждениеһының иң яҡшы педагогы” район конкурстары уҙып, улар Мәсетле районының 28 педагогын берләштерҙе.
”Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы-2021” район конкурсында “Светлячок” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рита Ҡотлоева еңеү яуланы, икенсе урында – “Ромашка” балалар баҡсаһынан Рәмзилә Ғәлимова, өсөнсө урында – “Миләш” балалар баҡсаһынан Гөлнара Сафиева.
“Башҡортостандың йыл уҡытыу-сыһы-2021” республика конкурсының район этабында "Профессиональ һәм ижади үҫеш” номинацияһында Дыуан-Мәсетле мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Вероника Әлхәйҙәрова еңеү яуланы, “Педагогик оҫталыҡ һәм талант” номинацияһында – Әжекәй мәктәбенең математика уҡытыусыһы Зөлфиә Әсбапова, “Һөнәргә тоғролоҡ өсөн” – Оло Аҡа мәктәбенең география уҡытыусыһы Ирина Рәхимова, “Йылдың йәш уҡытыусыһы” – Абдулла мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Илмир Сафин, “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” – Оло Ыҡтамаҡ лицейы уҡытыусыһы Олеся Крылысова, район конкурсы еңеүсеһе – Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһының музыка уҡытыусыһы Лилиә Мөхтәрова.
Районда белем сифатын арттырыу маҡсатында һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү буйынса эш алып барыла. Интеллектуаль конкурстар араһында Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы айырым урын биләй. Үткән уҡыу йылында Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының мәктәп һәм район этаптарында 19 предмет буйынса олимпиада үткәрелде. Мәктәп этабында 4 – 11 кластарҙан 875 уҡыусы ҡатнашты, 379 уҡыусы еңеүсе һәм призер булды.
Муниципаль олимпиадаларҙа 4 – 11 кластарҙан 339 уҡыусы ҡатнашты. Унда 85 уҡыусы еңеүсе һәм призер булды. Иң яҡшы һөҙөмтәләр Оло Ыҡтамаҡ лицейында, Башҡорт гимназияһында, Оло Аҡа, Әләгәҙ, Түбәнге Бобин урта мәктәптәрендә. Муниципаль олимпиадала Анастасия Меркулова (11-се класс, лицей), Елизавета Бәҙәмшина (11-се класс, лицей), Азамат Ярмушев (11-се класс, Әләгәҙ мәктәбе), Адэлия Ҡәләмова (8-се класс, лицей), Анита Ғафарова (10-сы класс, Башҡорт гимназияһы) уңышлы сығыш яһанылар һәм призлы урындар алдылар.
2020-2021 уҡыу йылында предмет олимпиадаларының республика этабында район мәктәптәренән 20 уҡыусы ҡатнашты һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Оло Ыҡтамаҡ лицейы уҡыу-сыһы Анастасия Меркулова инглиз теле (уҡытыусыһы Зөһрә Михайлова) һәм тарих буйынса (Любовь Корягина) төбәк олимпиадаһы еңеүсеһе булды. Айлина Ғәйфуллина (Йонос мәктәбе, Миләүшә Фәттәхова), Фирүзә Мостафина (Әләгәҙ мәктәбе, Әнүзә Сираева), Эльвина Латипова (лицей, Гөлшат Мырҙағолова) – башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре.
“Һанлы мәғариф мөхите” төбәк проекты нигеҙендә Йонос мәктәбендә һәр төр һәм кимәлдә белем биреүҙең юғары сифатын тәьмин иткән заманса һәм хәүефһеҙ һанлы мәғариф мөхите индерелде.
“Заманса мәктәп” төбәк проекты ярҙамы менән 2021 йылдың 1 сентябренән Ләмәҙтамаҡ, Әләгәҙ, Оло Аҡа мәктәптәрендә тәбиғи-фәнни йүнәлештәге “Үҫеш нөктәһе” үҙәге үҙ эшен башлай. Уға уҡыусыларҙың 70 проценттан күберәк өлөшө йәлеп ителә. Был төбәк проектының мөһим үҙенсәлеге – уның бер селтәр булараҡ ғәмәлгә ашырылыуында. Йыһазландырылған кабинеттарҙан файҙаланыу мөмкинлеге менән ошо үрҙә әйтелгән мәктәптәр уҡыусылары ғына түгел, башҡа партнерҙар ҙа ҡуллана аласаҡ. 2019-2020 уҡыу йылында үҙ-ара селтәр эшмәкәрлеге тураһында һигеҙ килешеү төҙөлгән.
“Һәр баланың уңышы” проекты сиктәрендә районда муниципаль терәк үҙәге эшләй, методист ставкаһы бүленгән. Шул уҡ проект буйынса лицей һәм Башҡорт гимназияһы “Киләсәккә билет” һөнәри йүнәлеш проектында ҡатнаша. 2020-2021 уҡыу йылында 6 – 11 кластарҙан 200 уҡыусы тест үтте, уларҙың 80-е – онлайн һынауҙар.
Һигеҙ мәктәптә һәм биш балалар баҡсаһында хәүефһеҙ белем биреү мөхите булдырыу маҡсатында полицияны ашығыс саҡыртыу өсөн төймә ҡуйылған, бөтә дөйөм һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары янғынға ҡаршы автоматик сигнализация менән йыһазландырылған, барлыҡ мәктәптәргә видеокүҙәтеү ҡуйылған, район үҙәгендәге дүрт балалар баҡсаһында сигнализация бар. Бынан тыш, РФ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, объекттарҙың террорҙан һаҡланыуына талаптарҙы үтәү маҡсатында, 13 мәктәпкә, биш балалар баҡсаһына, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортона ашығыс саҡырыу төймәһе ҡуйыу планлаштырыла. 12 мәктәптә һәм биш балалар баҡсаһында инеү менән идара итеүҙе контролдә тотоу системаһын (магнит йоҙаҡ) ҡуйыу, дүрт мәктәпкә һаҡ сигнализацияһы урынлаштырыу көтөлә”.

Район мәғариф системаһы тураһында мәғлүмәт
Район мәғариф системаһы тураһында мәғлүмәт
Автор:Наталья  Русинова