Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Август 2021, 13:00

Ижади педагог

Балаларын мәктәпкәсә учреждениеға бирергә ҡарар иткән ата-әсәләр, тәү сиратта, сабыйҙарының именлеге һәм сәләмәтлеге өсөн тыныс булырға теләй. Сабыйҙары балалар баҡсаһына теләп йөрөгәндә, улар ҙа эштәренә тыныс юллана.

Ижади педагог
Ижади педагог

Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы филиалы – Яңы Мишәр ауылы “Умырзая” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Земфира Сәләхова нәҡ шундай ышаныслы һәм балаларҙы бар йөрәге менән яратҡан тәрбиәсе булып тора. Биш йыл эшләү ваҡыты эсендә Земфира Сибәғәт ҡыҙы үҙен эшен профессиональ кимәлдә башҡар-ған яуаплы, ижади кеше итеп күрһәтте. Ул һәр ваҡыт балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә иғтибарлы, коллегаларына хөрмәт менән ҡарай. Заманса методиканы, һөҙөмтәле эш формаларын, уҡытыу-тәрбиә эше методикаһын яҡшы белә, тәрән белемгә эйә.
Земфира Сибәғәт ҡыҙы балалар, педагогтар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Мәктәпкәсә учреждение хеҙмәткәр-ҙәре араһында хөрмәт яулаған. Эшен һәр ваҡыт яуаплы башҡара, балаларға ҡарата ихлас, эмоциональ, тотороҡло. Ул – заманса технологиялар-ҙы һәм прогрессив эш формаларын яҡшы белгән педагог. Педагогик этика төшөнсәһе уның өсөн мөһим булып ҡала.
Уның төркөмө һәр ваҡыт яҡты, таҙа, күркәм. Холда балаларҙың ижади эштәре даими алмаштырылып тора. “Мин донъяны күрәм”, “Космик Одиссея”, “Әкиәттәр донъяһында” күргәҙмәләре балалар өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған ижад мөйөшөнә әйләнгән. Уйнау һәм уҡыу зоналары заманса талаптарға яуап бирә.
Профессиональ багажды арттырыу өсөн коллегалар менән тәжрибә уртаҡлашыу мөһим. Педагогтарҙың профессиональ конкурстары шундай сығанаҡтарҙың береһе булып тора. Земфира Сибәғәт ҡыҙы район сараларында, конкурстарында, күргәҙмәләрҙә теләп ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Мәҫәлән, 2018 йылда “Йыл тәрбиәсеһе” традицион конкурсында ҡатнашып, муниципаль этапта “Педагогик дебют” номинацияһында еңеүсе тип табыла.
2021 йылда “Башҡорт телендә уҡытҡан иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы” I төбәк-ара конкурсының республика этабында балалар баҡсаһының эшсе төркөмө составында ҡатнаша.
Лилиә МӨХӘРЛӘМОВА, Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ҡояшҡай” балалар
баҡсаһы мөдире.

Автор:Наталья  Русинова