Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Август 2021, 15:00

Берҙәмлектәре – уҡыусыларына өлгө

Вафа Әхмәҙуллин исемендәге Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә татыу, берҙәм һәм ижади коллектив эшләй.

Берҙәмлектәре – уҡыусыларына өлгө
Берҙәмлектәре – уҡыусыларына өлгө

Бөгөн мәктәптә ижади эшкә ынтылыш, юғары интеллектуаль потенциал һәм һөнәри оҫталыҡ менән айырылып торған 15 уҡытыусы балаларға белем бирә. Һигеҙ уҡытыусы – юғары, биш уҡытыусы беренсе квалификация категорияһына эйә. Коллектив менән Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы Фирҙәүес Ҡотлоева етәкселек итә.
2021-2022 уҡыу йылында мәктәптә 136 уҡыусы белем аласаҡ, шуларҙың 14-е беренсе класҡа килә.
Коллективтың ғорурланырлыҡ уңыштары күп. Мәктәптең барлыҡ сығарылыш класс уҡыусылары дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы тапшырып, төп дөйөм белем тураһында аттестат алды.
Төп дөйөм белемдән тыш, мәктәптә өҫтәмә белем биреү буйынса шарттар булдырылған. Фәндәргә ынтылаһыңмы? Һинең өсөн танып-белеү-интеллектуаль түңәрәктәр эшләй. Сәнғәт менән ҡыҙыҡһынаһыңмы? Ул ваҡытта художество-эстетик йүнәлештәге түңәрәктәргә рәхим ит. Спорт яратаһыңмы? Спорт секцияларына юл асыҡ.
Физик культура уҡытыусыһы Рәҡибә Хөснуллина етәкселегендәге йәш туристар, йыл һайын республика ярыштарында ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Ағымдағы уҡыу йылында уның командаһы “Мәктәп хәүефһеҙлеге” программаһы буйынса республика ярышында 29 команда араһында дүртенсе урын яуланы.
Уҡыусылар Әмир һәм Эмиль Ғилметдиновтар (етәкселәре – Гүзәл Ғәниева) “Мин иҫләйем! Мин ғорурланам!” район конкурсында I һәм II урындар яуланы. Анжелика Ғарипова (Олеся Ғәләлетдинова) һәм Ангелина Зәбирова (Сәриә Кәримова) уҡыусыларҙың “Тыуған ил” Бөтә Рәсәй тыуған яҡты өйрәнеү-тикшеренеү эше конкурсы призерҙары рәтенә инде.
Мәктәптә Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте эшмәкәрлеге юғары кимәлдә ойошторолған. Уҡыусылар Сәриә Кәримова етәкселегендә хәрәкәттең барлыҡ конкурс, флешмобтарында әүҙем ҡатнаша.
Мәктәптең материаль-техник базаһы яҡшы: ике ҡатлы бинала урынлашҡан, ҙур спорт залы, майҙансығы бар. 2018 йылда “Урындағы башлан- ғыстарға ярҙам” программаһы нигеҙендә уҡыу йортоноң тәҙрәләре яңыға алмаштырылған. Йылытыу трассаһына капиталь ремонт эшләнгән. Уҙған йылдың декабрендә автобус бүленгән.
Белем усағында яңы уҡыу йылында “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты сиктәрендә тәбиғи-фәнни һәм технология йүнәлешендәге “Үҫеш нөктәһе” мәғариф үҙәге асыла. Бөгөн ошо программа буйынса физика, химия һәм биология кабинеттарында ремонт эштәре бара. Улар балаларға тәбиғәт фәндәре йүнәлеше буйынса белемдәрен нығытыу мөмкинселеге биргән заманса лаборатория менән йыһазландырыласаҡ.
Үҙәктә эшләрҙән алда педагогтар квалификацияны күтәреү буйынса дистанцион курстарҙа белемдәрен камиллаштырҙы, семинарҙарҙа ҡатнашты.
Коллектив пандемия ваҡытында үҙенең берҙәмлеген иҫбат итте. Ләмәҙтамаҡ мәктәбе уҡытыусылары райондың педагогик коллективтары ара-һында беренселәрҙән булып COVID-19 вирусынан вакцина ҡуйҙырырға хәл итә. Улар күмәкләп вакцина ҡаҙатыуҙың артабан инфекцияның таралыуына юл ҡуймаясағына һәм пандемияны туҡтатасағына ышана.

Автор:Айгуль  Шарапова