Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Август 2021, 15:30

Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙер

Ун көндән районыбыҙҙағы мәғариф учреждениелары балалар өсөн йәнә ишектәрен аса.

Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙер
Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙер

Районда яңы 2021-2022 уҡыу йылына белем биреү учреждениеларын ҡабул итеү тамамланды. Комиссия ағзалары һигеҙ көн дауамында 24 мәктәпте, 25 балалар баҡсаһын, өҫтәмә белем биреү учреждениеларын тикшерҙе. Учреждениеларҙың яңы уҡыу йылына әҙер булыуын тикшергәндә төп шарт – мәктәптәрҙең һәм балалар баҡсаларының хәүефһеҙлек талаптарына мотлаҡ тап килеүе.
Белем биреү ойошмаларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген сифатлы тикшереү өсөн эш комиссияһы төҙөлдө. Комиссия составына мәғариф бүлеге һәм район хакимиәте, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү федераль хеҙмәте, дәүләт янғын күҙәтеүе, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлеге вәкилдәре, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар етәкселәре инде.
Тикшереү барышында янғынға ҡаршы хәүефһеҙлеккә, террористик ғәмәлдәрҙән һаҡланғанлыҡҡа, хеҙмәтте һаҡлауға, санитар торошҡа, территорияларҙың төҙөкләндерелеүенә, аҙыҡ блогының әҙерлегенә һәм башҡаларға айырыуса иғтибар бүленде.
Белем береү учреждениеларының биналары СанПиН талаптарына ярашлы ремонтланған. Сифатлы белем-тәрбиә биреү процесын булдырыу өсөн бар шарттар ҙа булдырылған.

Һүрәттә: Яңы Мөслим мәктәбе бинаһы.

Автор:Айгуль  Шарапова