Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Июнь 2021, 10:15

БДИ-ны – 100 балға

Сығарылыш класы уҡыу-сылары 31 майҙа химия, география һәм әҙәбиәт буйынса тәүге берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырҙы. Ошо көндәрҙә уларҙың һөҙөмтәләре билдәле булды.

Республиканың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 23 уҡыусы һынауҙарҙы үтеп, 100 балл йыйҙы. Шуларҙың 14 сығарылыш класс уҡыусыһы химия фәне буйынса иң юғары күрһәткестәргә эйә булды, ике – әҙәбиәттән, ете – географиянан.
Республикала әҙәбиәт буйынса 100 балл йыйған ике уҡыусының береһе – Оло Ыҡтамаҡ лицейынан Варвара Лешкова (уҡытыусыһы – Розалия Миңлеәхмәт ҡыҙы Хорамшина).
Варвара беренсе кластан алып яҡшы уҡый. Уның яратҡан дәрестәре–әҙәбиәт, рус теле һәм география. Ул күп тапҡыр Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында призлы урындар яуланы, ағымдағы йылда Кесе фәндәр академияһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы мәктәп уҡыусыларының фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе тип табылды.
– Әҙәбиәттән имтиханды юғары балға тапшырыуҙы мин маҡсат итеп ҡуйҙым. Бының өсөн буш ваҡытта күп әҙәбиәт уҡыным, белешмәләрҙе өйрәндем, – тип һөйләй Варвара. – Имтихан ваҡытында ауыр һорауҙар ҙа булды, әммә мин уларҙы үтәй алдым.
Хәҙер Варвараның маҡсаты –имтихандарҙы уңышлы тапшырып, педагогия университетының филология факультетына уҡырға инеү. Ул атаһы һәм өләсәһе кеүек педагог булырға хыяллана.