Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Апрель 2021, 13:00

Алда – берҙәм дәүләт имтихандары

2020-2021 уҡыу йылы ла аҙағына яҡынлаша. 9-сы һәм 11-се сығарылыш класы уҡыусылары дәүләт һынауына әҙерләнә.

Мәсетле районында быйыл дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын 343 уҡыу-сы тапшыра. Шуларҙың 253-сө – туғыҙынсы класты тамамлаусылар, 90-ны – ун беренсе класс уҡыусыһы, тағы ла уҙған йыл сығарылышынан ике кеше. Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы буйынса муниципаль координатор, район мәғариф бүлегенең баш белгесе Айгөл Ризванова әйтеүе буйынса, 11-се класс уҡыусыларының күбеһе профилле математиканы һайлаған (70%). Шулай уҡ сығарылыш класы уҡыусылары йәмғиәтте өйрәнеү (38%), информатика (22%) һәм физика (26%) фәненә өҫтөнлөк биргән.
Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн Мәсетле районында бер пункт ойошторола, төп дәүләт һәм дәүләт сығарылыш имтихандары өсөн – ике.
Быйыл йомғаҡлау аттестацияһын ваҡытынан алда тапшырыу ҡаралмаған. Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тапшырырға рөхсәт алыу өсөн рус теленән йомғаҡлау әңгәмәһен үтергә (уны февраль айында уңышлы тапшырҙылар) һәм уҡыу йылын яҡшы билдәләргә тамамларға кәрәк ине.
Туғыҙынсы класс уҡыусылары ике мотлаҡ фәндән – рус теле һәм математиканан имтихан тапшыра. Шулай уҡ һайлаған фән буйынса контроль эш эшләй. 11-се кластар апрель айында дәүләт имтиханына рөхсәт алыу өсөн йомғаҡлау иншаһы-изложение яҙҙы.
РФ Мәғариф министрлығы имтихан тапшырыу кампанияһы ваҡытын билдәләне. Дәүләт имтиханы быйыл 31 майҙа башлана һәм 2 июлдә тамамлана, өҫтәмә көндәр 12 июлдән 17-һенә тиклем бирелә.
География, әҙәбиәт һәм химия фәндәре – иң беренсе имтихан. Һуңынан уҡыусылар рус телен тапшыра, ул ике көнгә (3 һәм 4 июнь) бүленеп уҙа. 7 июнь – профилле кимәлдә математика, 11 июнь – тарих, физика, 15 июнь – йәмғиәтте өйрәнеү.
Сит ил теленән имтихан өс көн дауамында бара: 18 июнь – имтихандың яҙма өлөшө, ә 21 һәм 22 июндә – телдән. Шулай уҡ ике көн, 24 һәм 25 июндә, информатика буйынса имтихан тапшырыу ҡаралған.
11-се сығарылыш класы өсөн ваҡытынан алда һынау үткәреү бөтөрөлдө. Берҙәм дәүләт имтиханын хәҙер юғары уҡыу йортона инергә теләүселәр генә тапшыра.
Математика буйынса база кимәлен билдәләгән имтихан үткәрелмәй. Юғары уҡыу йортона бармаған уҡыусылар урта дөйөм белем тураһында аттестат алғанда ике фәндән имтихан тапшыра: математика һәм рус теленән.
Тағы ла бер яңылыҡ: 11-се класс уҡыусылары информатика буйынса берҙәм дәүләт имтиханын компью-терҙа тапшыра. Элек ул ҡағыҙҙа яҙма рәүештә ине. Яҙманан компьютер формаһына күсереү тураһында ҡарар ижтимағи-профессиональ берләшмә үтенесе буйынса ҡабул ителде.
Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү өсөн беҙҙең районда мартта уҡыусылар өсөн онлайн-консультациялар уҙҙы. 30 марттан алып май айы бөткәнсе республика мәғариф институты белгестәре менән онлайн-консультациялар ойошторолдо.
Быйылғы уҡыу йылында традицион төп дәүләт имтиханы урынына туғыҙынсы класс уҡыусылары үҙҙәре һайлаған бер фәндән контроль эш тапшыра. 30 апрелгә тиклем барлыҡ уҡыусылар үҙ мәктәптәрендә, һайлаған фәнен күрһәтеп, ғариза бирҙе.
Контроль эш һөҙөмтәләре туғыҙынсы класс өсөн дәүләт йомғаҡлау аттес-тацияһына үтеү шарты булып тормай, әммә профилле класҡа уҡырға ҡабул иткәндә иҫәпкә алыныуы ихтимал. Контроль эштәр һәр мәктәптә үтә һәм урында тикшерелә.