Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Апрель 2021, 17:00

Мәктәп туҡланыуына иғтибар арта

19 апрелдән 23-өнә тиклем республиканың барлыҡ мәктәптәрендә Сәләмәт туҡланыу аҙналығы бара.

Был сара республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан мәктәп уҡыусыларына, атай-әсәйҙәргә сәләмәт туҡланыу рәүешен киңерәк танытыу, сәләмәт йәшәүҙе пропагандалау маҡсатында ойошторола.
Аҙналыҡ барышында әлеге маҡсатты күҙ уңында тотҡан төрлө ҡыҙыҡлы саралар – ижади һәм танып белеү күнекмәләре, тәрбиәүи әңгәмәләр, һүрәттәр һәм стена гәзиттәре конкурстары, уйын-викториналар үткәреү планға алынған. Улар барышында уҡыусылар дөрөҫ туҡланыу серҙәре менән таныша. Шулай уҡ тематик класс сәғәттәре, Милли аш-һыу көнө үткәреү, класс мөйөштәре булдырыу, ата-әсәләр менән йыйылыштар уҙғарыу ҡаралған.
Мәктәп туҡланыуының сифатын баһалау маҡсатында уҡыусылар араһында – “Ашнаҡсыларға ни өсөн рәхмәт әйтәбеҙ?”, ә атай-әсәйҙәр менән “Туҡланыу – ата-әсәләр күҙлегенән” тип аталған һорау алыуҙар ойошторола.
Аҙналыҡ аҙағында – 23 апрелдә “Башҡортостан атай-әсәйҙәре – сәләмәт туҡланыу яҡлы!” тип аталған Берҙәм республика асыҡ ишектәр көнө уҙғарыу күҙаллана.
Йәш быуындың сәләмәт булып үҫеүе, яңы белемдәр үҙләштереүе тәү сиратта дөрөҫ туҡланыуға ла бәйле. Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты ошо бурыстарҙы ла алғы планға ҡуя.
Фото: uchebnik.mos.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова