1 сентябрҙә беренсе класҡа килеүселәрҙе ҡаршылап, беҙгә, педагогтарға, балаларҙың аптырашта ҡалыуын, ата-әсәләрҙең хафаланған йөҙҙәрен күрергә тура килә. “Ҡайҙа алып барырҙар?”, “Кем беҙҙе уҡытасаҡ?”, “Ауыр булһа?”, “Алда нимә көтә?” кеүегерәк һорауҙар борсой уларҙы.
Киләсәктә балаға һәм ата-әсәләргә мәктәп тормошона өйрәнеп китеү еңелерәк булһын өсөн Оло Ыҡтамаҡ лицейы уҡытыусылары көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү юлын эҙләй:
Балаға мәктәпкә күнегергә нисек ярҙам итергә?
Мәктәп шарттарына өйрәнеп китеүҙе бала өсөн нисек яҡшыраҡ итергә?
1 класҡа барыр алдынан балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең хәүефләнеү тойғоһон нисек итеп бөтөрөргә?
Мәктәпкә килер алдынан һәм уҡыу йылдары дауамында балаларына ярҙам итеү өсөн ата-әсәләр менән эште нисек ойошторорға?
Балаларға көсөргәнеште нисек кәметергә?
Был һәм башҡа мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында 6 марттан Оло Ыҡтамаҡ лицейы базаһында буласаҡ беренсе класс уҡыусылары өсөн “Киләсәк мәктәбе” асылды. Ата-әсәләрҙең һорауы буйынса өс төркөм эшләй. Уларҙа шәмбе көндәрендә тәжрибәле педагогтар Т. Г. Новоселова, З. К. Яҡупова, С. Г. Худякова етәкселегендә 60 мәктәпкәсә йәштәге бала шөғөлләнәсәк.
Программа һәр баланың белем алыу теләген үҫтереүгә һәм уның һәләттәрен камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Телмәрҙе, иғтибарҙы, хәтерҙе үҫтереү, математик төшөнсәләр биреү, логик фекер йөрөтөргә өйрәтеү – былар барыһы ла “Киләсәк мәктәбендә”.
Гөлнара ВАТОЛИНА,
уҡытыу-тәрбиә эше буйынса
директор урынбаҫары.