Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Март 2021, 12:00

Халыҡтың иң ҙур байлығы – ул уның теле

Йыл һайын төрлө илдәрҙә Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан төрлө саралар ойошторола.

21 февралдә билдәләнгән Халыҡ-ара туған телдәр көнө нигеҙендә быйыл Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар ассамблеяһы, Бөтә донъя баш-ҡорттары ҡоролтайы тарафынан республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтар телендә диктант яҙыу ойошторолдо. Республика халҡы рус, башҡорт, татар, марый, сыуаш, удмурт телдәрендә диктант яҙҙы.
Мәсетле районында диктант яҙыуға үҙәк район китапханаһы һәм барлыҡ мәғариф учреждениелары ҡушылды. Мәсетлеләр Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары”, Сергей Аксаковтың “Детские годы Багрова-внука” һәм Ғәлимйән Ибраһимовтың “Тәрән тамырҙар” әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе башҡорт, рус һәм татар телдәрендә яҙҙы.
Шулай уҡ Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә барлыҡ мәктәптәрҙә тематик саралар ойошторолдо: “Этностиль” һәм “Этноспорт” йүнәлештәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, һабантуйҙар, ғаилә ҡиммәттәренә арналған фестивалдәр.
– Туған телгә, мәҙәниәткә һәм тарихҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу маҡсатында мәктәптә төрлө саралар ойошторолдо. Башланғыс кластарҙа уҡытыусылар Фәилә Нәбиуллина, Гөлназ Муллабаева, Рәфилә Абдрахманова “Туған тел” темаһына класс сәғәттәре уҙғарҙы. Дәрестәрҙә сағыу презентациялар күрһәтелде, уҡыусылар туған тел тураһында шиғырҙар һөйләне, ә өлкән класс уҡыусылары өсөн төрлө конкурстар, уйындар ойошторолдо. Ә халыҡ-ара диктант яҙыуҙа уҡыусылар һәм педагогтар ғына түгел, үҙенең туған теленә битараф булмаған ауыл халҡы ла ҡатнашты, – тип һөйләй Яңы Яуыш мәктәбе мөдире Гөлнара Абдрахманова.
Теләш мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зимфира Хәтмуллинаның әйтеүенсә, Теләш мәктәбенең 7, 8, 9 кластарында шәжәрә байрамы ойошторолған, 7 класс уҡыусылары “Мин туған телдә һөйләшәм” интеллектуаль уйынында ҡатнашҡан. Башланғыс кластар уҡытыусылары Ләйсән Айсина менән Гөлназ Әзизова “Милли кластар илендә” темаһына класс сәғәттәре уҙғарҙы, “Әхирәттәр” фольклор ансамбле ҡатнашыусылары, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фирая Ниғмәтйәнова менән осрашты.
Тел – беҙҙең көндәлек тормошобоҙ, беҙҙең тарих, беҙҙең мәҙәниәт. Туған тел беҙҙе яҡынайта, туғанлаштыра. Теле юҡ икән, халыҡ та юҡ. Шуға күрә беҙ ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ итеп бирелгән туған телебеҙҙе ҡәҙерләп һаҡларға, уны өйрәнергә, үҫтерергә, байытырға тейешбеҙ.
Һүрәттә: Яңы Мишәр мәктәбендә “Башҡортостан – күп милләтле республика” сараһы.