Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Октябрь 2020, 16:00

Диктант яҙайыҡ

Быйыл “Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара мәғариф акцияһы бишенсе тапҡыр үткәрелә.

Сара 3-8 ноябрҙә онлайн форматта үткәреләсәк. Ул халыҡтың этнографик грамоталылыҡ һәм Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар хаҡындағы белемен баһалау мөмкинлеген бирәсәк. Өҫтәүенә ул киң йәмәғәтселек иғтибарын донъяның милләт-ара мөнәсәбәттәренә һәм берҙәмлегенә йүнәлтәсәк.
Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән һәр кем диктантта ҡатнаша ала. Быйыл рәсми сайт һәм диктант эштәре инглиз, испан телдәренә тәржемә ителәсәк. Улар 2020 йылдың 3 ноябрендә 00.01 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты) “Ҙур этнографик диктант”тың рәсми сайтында (www.miretno.ru) баҫыласаҡ. Был эштәр текст рәүешендә рәсмиләштерелгән һәм диктантта ҡатнашҡан һәр кем өсөн дөйөм федераль (20 һорау), Рәсәй Федерацияһының һәр төбәге өсөн төбәк өлөштәрҙән (10 һорау) тора. Барлыҡ эштәрҙе башҡарған өсөн ҡуйыласаҡ максималь балл – 100. Диктантты үткәреү ваҡыты – 45 минут. Ошо ваҡыт үткәс, эштәрҙе башҡаса башҡарып булмаясаҡ. Ҡатнашҡан кешенең эш һөҙөмтәләре күрһәтелгән сертификат ошо ваҡыт үткәс электрон төрҙә буласаҡ.
“Ҙур этнографик диктант”ты Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Удмурт Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһында иһә Мәҙәниәт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто ойоштора.
“Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара мәғариф акцияһы хаҡындағы тулыраҡ мәғлүмәттәр менән www.miretno.ru сайтында танышырға мөмкин. Әйткәндәй, был үҙенсәлекле сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проектты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Айһылыу Низамова