Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Октябрь 2020, 11:53

Беҙҙең спорт залы

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнгән “Демография” һәм “Мәғариф” милли проекттары нигеҙендә Оло Аҡа урта мәктәбе спорт залында капиталь ремонт эштәре башҡарылған.

Йылытыу системаһы, иҙән япмаһы, электр сымдары тулыһынса алмаштырылған, яңы яҡтыртҡыстар һәм ишектәр ҡуйылған. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым кейенеү бүлмәләре эшләнгән.
– Беҙ барыбыҙ ҙа – педагогтар, уҡыусылар һәм ата-әсәләр мәктәбебеҙҙәге үҙгәрештәр өсөн сикһеҙ шатбыҙ. Был уҡыу йылында капиталь ремонтланған спорт залы үҙ ишектәрен асты. 34 йыл эшләү осоронда Оло Аҡа мәктәбе әллә нисә быуын уҡыусылар сығарҙы. Ошо йылдар эсендә коллектив мәктәп бинаһын, йыһаздарын тейешле тәртиптә тоторға тырышты. Әммә, ваҡыт үтеү менән, күп нәмә туҙа, – ти мәктәп директоры Радис Әхмәтханов. – Спорт залын асыу уҡыусыларҙың сәләмәтлеген нығытыу һәм уларҙы тейешле физик формала тотоу өсөн яҡшы мөмкинлектәр аса. Бында физкультура дәрестәре генә түгел, ә ауыл һәм район спорт ярыштары ла уҙғарыласаҡ. 160 мең һумға спорт ҡорамалдары – саңғы, туп, теннис өҫтәле, спорт тренажерҙары һатып алдыҡ. Мәҫәлән, спорт залында 20 бала шөғөлләнә икән, улар өсөн 20 туп ҡаралған. Әгәр элек уҡыусылар үҙҙәре менән саңғы йөрөтһә, хәҙер ундай мохтажлыҡ юҡ. Беҙ 20 пар саңғы һатып алдыҡ. Бындай матди база менән уҡыусыларҙың спорт ҡаҙаныштары тағы ла юғарыраҡ булыр, араларынан билдәле спортсылар ҙа сығыр, тип ышана мәктәп коллективы. Спорт залы физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн бар заманса талаптарға ла яуап бирә, – ти ул.
Был ваҡиғаны барыһы ла түҙем-һеҙләнеп көттө. Спорт залын яңыртып ҡороу “Ауыл ерендә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу” Федераль программаһы һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһында 288 ауыл мәктәбендә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник базаны яңыртыу планлаштырыла.
Анфиса ИШМӨХӘМӘТОВА.