Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Октябрь 2020, 13:40

Тормош сифатын күтәреү өсөн мөһим

Республикала йәшәгән 13 мең кеше һанлы технологияларҙы өйрәнгән.

Тап бына ошо күрһәткес 2020 йылға республика өсөн ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” милли проектына һалынған, тип хәбәр итә Башҡортостандың Дәүләт идара итеүенең һанлы үҫеше министрлығы. Был проект электрон мәғариф порталында тормошҡа ашырыла һәм ул быйыл июль аҙағында старт алғайны. Сарала ҡатнашыусыларға был уҡыуҙар оҡшаған. Улар араһында ошондай яҙыуҙы иҫтәлеккә теркәп ҡалдырғандары бар: “Бик файҙалы һәм кәрәкле курс. Үҙем өсөн күп нәмәне белдем, селтәрҙәге һанлы хәүефһеҙлек өлкәһендә үҙем өсөн асыштар яһаным”.
“Рәсәй Федерацияһы һанлы иҡтисады” милли программаһының һанлы иҡтисады өсөн кадрҙар буйынса компетенциялар үҙәге координаторы Олег Подольскийҙың белдереүенсә, пандемиянан һуң донъяла һанлы грамоталылыҡ тормош сифатын күтәреүгә һәм иҡтисадта ҙур һорау менән файҙаланған профессиональ траекториялар үҫешенә төп шарт булып торасаҡ. Башҡортостан тәжрибәһе күптәр өсөн өлгө һәм федераль проект сиктәрендә ул тотош илдә файҙаланыласаҡ.
Фото: ok.ru
Автор: Айһылыу Низамова