Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2020, 13:00

Йәш уҡытыусы

Уңышлы белем биреү өсөн шарттар булдырғанда, һәр уҡытыусы эшендә үҙенә генә хас алымдар һәм формалар уйлап табырға тырыша. Оло Ыҡтамаҡ лицейының инглиз һәм француз телдәре уҡытыусыһы Регина Николаева уйын, проблемалы ситуация алымдары, предмет-ара интеграция кеүек заманса белем биреү технологияларын файҙалана.

Быларҙың барыһы ла уҡыусыларҙа танып белеү әүҙемлеген үҫтерә, белемде ышаныслы үҙләштерергә ярҙам итә, предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята.
Ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ, тигән һорауға ул: “Мәктәптә мине нимә тота? Яуабы ябай. Һәр кем тормош юлын һайлағанда, яуаплы мәлдә эргәлә булған, дөрөҫ юл күрһәткән кешеләрҙе күҙ уңында тота. Бәхетемә күрә, минең шундай кешем бар ине. Ул инглиз теленән уҡытты, ошо предметты артабан өйрәнеүгә илһамландырҙы. Бөгөн мин дә уҡыусыларым өсөн өлгө булырға тырышам”, – тип яуап ҡайтарҙы.
Егет һәм ҡыҙҙарҙың дәрескә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йөрөүе йәш уҡытыусыны илһамландыра, күңелен күтәрә. Дәрестәрендә ул балаларға инглиз һәм француз телдәрен генә түгел, ә киләсәктә кәрәк булған – төрлө илдәрҙә ҡулланылған аралашыу мәҙәниәтенә, төрлө әҙәбиәт менән файҙаланырға һәм иң кәрәклеһен табырға, алған белемде файҙаланып, тормошта уңыштарға өлгәшергә өйрәтә.
Регина Ратмир ҡыҙының инглиз теле уҡытыусылары район семинары һәм “Йыл уҡытыусыһы-2018” конкурсы сиктәрендә үткәргән асыҡ һәм оҫталыҡ дәрестәре иғтибарға лайыҡ. Уның уҡыусылары төрлө кимәлдәге конкурстарҙа – ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, сит телдәрҙә йыр, бейеү һәм драма ярыштарында әүҙем ҡатнашып, призлы урындарға өлгәшә.
Регина Ратмир ҡыҙы – һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер иҫ киткес коллега. Ул тыныс холоҡло, әҙәпле, баҫалҡы.
Лицейҙың сит телдәр уҡытыусылары
кафедраһы.