Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2020, 12:00

Һәр яҡлап оҫта класс етәксеһе

Һәр бер уҡытыусы класс етәксеһе була алмай, күптәре был вазифаның ҙур яуаплылыҡ икәнлеген аңлай һәм баш тарта.

Татьяна Ивановна Севастьянова... Беҙҙең ауылда бөтәһенә лә был исем таныш. Уның хеҙмәт юлы Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһы филиалы – Әләгәҙ урта мәктәбе менән бәйле. Мәктәптә 35 йыл эшләү дәүеренең 34 йылын класс етәксеһе һәм 12 йыл тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.
Бик күп йылдар элек ул уҡытыусы булырға хыяллана. 1985 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай һәм теләгенә ирешә. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай, үҙ оҫталығын камиллаштырыу өҫтөндә күп эшләй.
Татьяна Ивановнаның һәр иртәһе, яратҡан класынан башлана. Уны шат йөҙлө балалар ҡаршы ала. Кемделер маҡтап өлгөрә, кемделер шелтәләп тә ала, кемгәлер кәңәш бирә һәм тиҙ ҡарар ҡабул итергә кәрәк булған мәсьәләләр менән ҡайнай. Шулай итеп, бына нисәмә йыл мәктәп тормошо бер түңәрәк буйлап әйләнә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бының үҙ мәғәнәһе бар. Яҡшы ойоштора белеү һәләте, балаларҙың психологияһын яҡшы белеүе менән ул уҡыусыларҙы дөйөм эшкә оҫта мауыҡтыра. Уҡытыу-тәрбиә эшендә яңылыҡтар индереүҙә лә ҡыйыу тотона. Мәктәп йолаларын һаҡлап ҡалыу-ҙа ла тырыша.
Тәбиғи һөйкөмлөлөк, ябайлығы, теремеклеге – уны бүтәндәрҙән айырып торған һыҙаттар. Кеше менән аралаша белеүе, дуҫтарса мөғәләмәлә булыуы менән хеҙмәттәштәренең хөрмәтен яулай. Ниндәйҙер һүнмәҫ әхлаҡи көскә һәм ғәжәйеп яңы хистәргә эйә, төрлө хәл-ваҡиғаларҙа ниндәйҙер бер яңылыҡ таба һәм йәштәргә һәр саҡ ярҙамға килә.
Татьяна Ивановнаға ҡарап, шуны әйтке килә: “Һәләтле кеше һәр ғәмәлгә һәләтле!” Был һүҙҙәр тап уның тураһында кеүек һәм уның хаҡында тағы ла бик күп һөйләргә була. Кәрәк икән, талапсан да була, сөнки класс етәксеһенә унһыҙ мөмкин түгел.
Класс етәксеһе һәр бер коллектив менән бер ғүмер арауығын үтә, бер класты сығарып ебәргәс икенсеһен ала. Иң ауыры – яңы класты уның дәрәжәһе һәм етешһеҙлектәре менән ҡабул итеү, уҡыусыларға ла был еңел булмаған ваҡыт арауығын үҙләштереү өсөн ярҙам итеү мөһим. Татьяна Ивановна балаларҙан нимәлер талап итер-ҙән алда, уны үҙенән башлай.
34 йыл эшләү дәүерендә ул үҙгәрештәр кисерә. Үҙ-үҙен, үҙенең дәрәжәһен һәм етешһеҙлектәрен аңлай, түҙемле, һәр нәмәлә самалы, килеп тыуған мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итергә, икенсе кешенең үҙенеке менән тап килмәгән нимәгәлер булған ҡарашын ҡабул итергә өйрәнә.
– Класс етәксеһе булыу бик ауыр, – ти уҡытыусы. – Өлкәнәйгән, сығарылыш класс уҡыусыларына ҡарап, миндә һәр саҡ әсә ғорурлығы тыуа. Улар мәктәп менән хушлашҡанда һәр саҡ: “Ниндәй белем алыуығыҙ һәм ниндәй һөнәр эйәһе булыуығыҙ мөһим түгел, һеҙҙең бәхетле булыуығыҙ һәм барыһы ла яҡшы булыуы минең өсөн иң мөһиме”, – тип әйтәм. Уҡыу-сыларҙың уңышы тормош юлымда һөнәремде дөрөҫ һайлағанымды дәлилләй һәм мине бик тә бәхетле итә.
Ксения Самарина,
Әләгәҙ урта мәктәбе
мөдиренең тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.