Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2020, 11:00

Ҡотлайбыҙ!

“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” халыҡ-ара белем биреү акцияһында эксперттар комиссияһы составында әүҙем эштәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Рәхмәте белдерелде:

Айгөл Айсинаға –Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Зилә Миндибаеваға – Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Мәктәп уҡыусыларының Кесе фәндәр академияһы сиктәрендә уҙған тикшеренеү эштәре республика конкурсына призерҙар әҙерләгән өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр:
Рәмзиә Мөхөбуллина – 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейының химия уҡытыусыһы;
Альбина Нуриева – Оло Аҡа мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Ирина Рәхимова – Оло Аҡа мәктәбенең география уҡытыусыһы;
Роза Һаҙыева – 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейының тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы.
Мәсетле районы биләмәһендә аудиторияла имтихан биреү пункты ойошторған өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр:
Эльвира Дистанова – Башҡорт гимназияһының биология уҡытыу-сыһы;
Ольга Топычканова – 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейының технология уҡытыусыһы.
Үҫеп килгән быуынға белем биреүҙә һәм уларҙы тәрбиәләүҙә ирешкән уңыштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре, шулай уҡ Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө һәм Мәктәпкәсә учреждениелар хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Мәсетле районы хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр:
Лариса Ғәйнуллина – Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары;
Лариса Ғибәҙуллина – Оло Аҡа урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары;
Гөлсинә Ғүмәрова – Яңы Мишәр урта мәктәбенең өҫтәмә белем биреү педагогы, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары;
Валентина Коженкова – Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;
Гөлназ Муллағәлиева – Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһының физик культура уҡытыусыһы.
Мәсетле районы мәғариф бүлеге Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр:
Людмила Нуруллина – Әләгәҙ урта мәктәбенең география уҡытыу-сыһы;
Гөлнара Полосьмак – Оло Ыҡтамаҡ лицейының инглиз теле уҡытыусыһы;
Ринат Фәттәхов – Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң өҫтәмә белем биреү педагогы, методист;
Әлфиә Рәхмәтуллаева – Ҡорғат ауылының “Сулпан” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;
Гүзәл Ҡазыханова – Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Миләш” балалар баҡсаһының физкультура буйынса инструкторы;
Гөлсибәр Ғәлимова – Ҡотош ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.