Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь 2020, 13:00

Мәғариф буйынса август кәңәшмәһе онлайн үтте

Сираттағы уҡыу йылы башланыр алдынан Оло Ыҡтамаҡ ауылының Башҡорт гимназияһында “Мәғариф” милли проекты: стратегик маҡсаттан башлап һәр баланың уңышына тиклем” темаһы буйынса Мәсетле районы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтте. Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, ул тәүге тапҡыр дистанцион ойошторолдо.

Сараға район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов һәм белгестәре, бүләкләнеүселәр генә йыйылған ине. Ҡалғандар – район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, белем биреү ойошмаларының педагогик хеҙмәткәрҙәре, педагогик хеҙмәт ветерандары өсөн ул онлайн үтте.
Әнис Ҡасим улы үҙенең сығышында сарала ҡатнашыусыларҙы яңы уҡыу йылының башланыуы менән ҡотланы һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Артабан Башҡорт гимназияһы һәм Әлә-гәҙ мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусылары Әлфиә Аҡмалова менән Вера Михайловаға, мәғариф бүлегенең әйҙәүсе белгесе Альбина Ғәлимоваға, Яңы Яуыш мәктәбенең тарих һәм йәм-ғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Рәзилә Ҡусаберҙинаға район хакимиәтенең почет грамоталарын тапшырҙы.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға онлайн формала Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Лина Сарбаева мөрәжәғәт итте.
Илдар Мәҡсүт улы район мәғарифы системаһында башҡарылған эштәр тураһында һөйләне, үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләп үтте. Ул 1-се лицей һәм Дыуан-Мәсетле мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусылары Гөлназ Зәйдуллина менән Вероника Алхәйҙәрованы, Яңы Яуыш мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Әлиә Ғәлимованы, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогы Юрий Малышевты, Башҡорт гимназияһы интернаты тәрбиәсеһе Азалия Мөхәмәтвәлиеваны мәғариф бүлегенең почет грамоталары менән бүләкләне.
Ғәҙәттәгесә сара барышында дөйөм белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеге буйынса йомғаҡ яһалды. Урта мәктәптәр араһында иң яҡшыһы тип Башҡорт гимназияһы аталды (директоры Зөлфиә Әбүбәкирова), төп белем биреү мәктәптәре араһында – Яңы Яуыш (мөдире Рәмзиә Хәбибуллина), башланғыс мәктәптәр араһында – Октябрьск (мөдире Рәмзилә Хәлимова), иң яҡшы балалар баҡсаһы тип Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Колосок” (мөдире Наталья Чистякова) табылды.