Үткән уҡыу йылында Зарина Әмирова һәм Айша Ғәйнанова “Республикамды данлайым“ иншалар конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе була.
Татьяна Владимировна һәр баланың шәхси үҙенсәлегенән сығып үҫеш кимәлен күҙәтә, үҙ аллы эшләргә өйрәтә, күҙәтеүсәнлек тәрбиәләй. Бындай ҡараш юғары һөҙөмтәләр бирә. Мәҫәлән, 2018-2019 уҡыу йылында уҡыусылары Юлиә Мансурова менән Әминә Ғизәтуллина рус теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханынан юғары балға өлгәшә. Үткән уҡыу йылында, пандемия арҡаһында уҡыу дистанцион, ә имтихандарға әҙерләнеү ҡатмарлы шарт- тарҙа үтеүенә ҡарамаҫтан, Зарина Әмирова, Камилла Ғайсина шулай уҡ юғары бал йыя. Педагогтың уҡыусыларының белем сифатында ҙур ғына үҫеш күҙәтелә.
Татьяна Сычкина 2018-2019 уҡыу йылында район конкурсында еңеү яулап, иң яҡшы класс етәксеһе тип табыла. Үткән йыл ошо уҡ конкурста икенсе урын ала. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының педагогик проекттар академияһы ойошторған конкурста ҡатнашып, “Класс етәксеһе“ номинацияһында еңеп сыға.
Татьяна Владимировна уҡыусыларының тормошо ҡыҙыҡлы һәм ваҡиғаларға бай булһын, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн барыһын да эшләй: музейҙарға, театрҙарға алып бара, тәрбиәләү һәм уларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү өсөн йөҙәрләгән кластан тыш саралар үткәрә. Уның уҡыусыһы Дарья Русинова “Йондоҙло сәғәт“ халыҡ-ара конкурсында III урын ала; Анна Крючкова рус классик әҙәбиәтен тасуири уҡыусыларҙың “Һәр юлда илһам...” халыҡ-ара конкурсында ҡатнаша; Екатерина Сычкина “Беҙ – ҡулға эйәләштергәндәр өсөн яуаплы” республика конкурсының “Фотоһүрәт” номинацияһында еңеп сыға. Егет һәм ҡыҙҙар остаздарынан өлгө ала, сөнки Татьяна Владимировна үҙе лә төрлө һөнәри конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Быйыл ул “Пушкин диктанты” халыҡ-ара акцияһының абсолют еңеүсеһе дипломы менән бүләкләнә.
Нина ЯРУШИНА,
рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе.