Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Август 2020, 18:00

Ҙур тәжрибәгә эйә уҡытыусы

Әләгәҙ мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыу-сыһы Гүзәл Ғилметдинова бына инде 25 йыл дауамында өлкән коллегаларының һәм үҙенең баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһен дөйөмләштереү, педагогия фәнендәге һуңғы ҡаҙаныштарҙы өйрәнеү өҫтөндә эшләй.

Уның эшендә төп ҡағиҙә – балаларға һаҡ ҡына һәләттәрен асырға ярҙам итеү, уларҙың күңелендә ышаныс тойғоһо уятыу, үҙ-үҙҙәрен баһаларға өйрәтеү.
Гүзәл Мөфәхәр ҡыҙының уҡыусылары “Башҡортостан – тейелмәй торған ил” республика викторинаһы, БР-ҙың төньяҡ-көнсығыш райондары уҡыусылары уңыштарының зональ лабораторияһы, райондың фәнни-тикшеренеү конференцияһы, республиканың “Ватан юлдары буйлап” тикшеренеү-тыуған яҡты өйрәнеү эштәре конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары.
Уҡытыусы даими рәүештә һәләтле балалар менән эш алып бара һәм был үҙ һөҙөмтәһен бирә. 2020 йылда X класс уҡыусыһы Азамат Ярмушев йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабы һәм М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты үткәргән Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һайлап алыу туры призеры булды.
Гүзәл Мөфәхәр ҡыҙы юғары профессионаллеккә һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһына эйә педагог. Ул үҙенең һөнәри оҫталығын “Йыл уҡытыусыһы-2011” конкурсының муниципаль этабында раҫланы.
Нәзирә БЕЛЬТЮКОВА,
Әләгәҙ мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.