Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Август 2020, 16:00

Һәр бала уникаль шәхес

Зөһрә Михайлова Оло Ыҡтамаҡ лицейында 1993 йылдан алып инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй. Ул Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған.

Зөһрә Зияфетдин ҡыҙын эшенә яуаплы ҡарағаны һәм алып барған фәненә ҡыҙыҡһыныу уята белгәне өсөн хөрмәт итәләр.
– Уҡытыусы эшмәкәрлегендә иң мөһиме – баланы ҡыҙыҡһындырыу, – тип иҫәпләй тәжрибәле уҡытыусы. – Бөтә балалар ҙа һәләтле, һәр береһе үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы. Минең бурысым – ошо һәләтте ваҡытында күреп асыу. Бала уҡытыусыһын дуҫ итеп күргән, уға ышанған осраҡта ғына, уҡыусы һәм уҡытыусы араһында бәйләнеш барлыҡҡа килә һәм уртаҡ эш үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Ул 2-7-се һәм 11 кластарҙа уҡыта. Һәр йәшкә уның үҙ эш алымдары бар. Мәҫәлән, икенсе класс балалары яңы фән менән беренсе тапҡыр таныша, шуға ла дәрестәрҙе уйын формаһында үткәреү отошло. Дәрес алып барғанда киң билдәле тәржемә-грамматика, торғонлоҡ, физик тойоу ысулдарын ҡуллана.
Мәктәп программаһы дәрестәренән тыш, Зөһрә Михайлова “Инглиз телендә һөйләшәйек”, “Инглиз телле илдәр буйлап сәйәхәт” түңәрәктәрен алып бара. Уҡыусылар уларға телде ныҡлабыраҡ өйрәнеү һәм белемдәрен нығытыу өсөн ҙур теләк менән йөрөй. Сығарылыш класс уҡыусылары менән дә өҫтәмә дәрестәр алып бара, уларҙы дәүләт имтиханын биреүгә әҙерләй.
Уҡыусыларының инглиз теле буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүен айырым билдәләп үтергә кәрәктер. Быйылғы уҡыу йылында Камилла Ғайсина, Зарина Әмирова һәм Анастасия Меркулова Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында призер булды. Зарина Әмирова үҙенең белемен дәлилләп, берҙәм дәүләт имтиханында 98 балл йыйҙы. Ул остазының һөнәри юлын һайлап, Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетына уҡырға ингән.
Зөһрә Михайлова – Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы, күп тапҡыр Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы һәм район мәғариф бүлеге грамоталары менән бүләкләнгән. Бынан тыш, ул өс тапҡыр Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе депутаты итеп һайланған.