Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Август 2020, 17:00

Оҫта етәксе

2017 йылдан Түбәнге Бобин мәктәбен Татьяна Новоселова етәкләй. Беҙҙең мәктәптә ул 30 йылдан ашыу эшләй.

Оҙайтылған көн төркөмө педагогы, өлкән пионервожатый, технология уҡытыусыһы, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире, класс етәксеһе, мәктәп директоры – бына ул биләгән вазифалар.
Татьяна Михайловна 2005 йылда социаль педагог һөнәре буйынса Урал дәүләт педагогия университетын тамамлай. Хеҙмәт юлын 1984 йылда Каменск-Уральск ҡалаһының 116-сы һөнәрселек училищеһында производство буйынса белем биреү мастеры булып башлай. 1987 йылдан Түбәнге Бобин мәктәбендә эшләп, егет һәм ҡыҙҙарҙың бер нисә быуынына тәрбиә биреп өлгөрә. Сығарылыш уҡыусылары остаздарын һәр ваҡыт йылы һүҙҙәр һәм хөрмәт менән телгә ала.
Татьяна Михайловна – әүҙем, шат күңелле, оптимист ҡатын. Беҙҙең мәктәптә ул иң позитив кеше тиһәм дә хата булмаҫтыр. Ул бер ҡасан да бойоҡ йөрөмәй, ә, киреһенсә, уның йөҙөндә һәр ваҡыт йылмайыу балҡый. Беҙҙең директор иҫ киткес кешелеклелек сифаттарына эйә: ул аралашыуҙа ябай, кеше хәленә инеүсән, маҡтап алырға ла һүҙен йәлләмәй, туғандарына, дуҫтарына, коллегаларына ҡарата иғтибарлы.
Татьяна Михайловна – мәктәптә баш-ҡарылған бөтә эштәргә илһамландырыусы, коллективҡа йәм, дәрт биреүсе. Уның уңышҡа ышанысы беҙҙе лә киләсәккә өмөт менән ҡарарға мәжбүр итә.
Директор вазифаһында Татьяна Михайловна бик күп әһәмиәтле эштәр башҡарҙы: мәктәп Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт тикшереүен уңышлы үтте, “Һанлы белем биреү мөхите” проектында ҡатнашты, санузелға капиталь ремонт эшләнде. Яҡын арала мәктәптә тәҙрәләр алмаштырыласаҡ. Ә уның көн һайын тәү ҡарашҡа әллә ни күренеп бармаған эштәрен һанап китһәң? Уларҙың осо-ҡырыйы юҡ.
Татьяна Михайловна хеҙмәте менән етәксенең эше ни тиклем ҡатмарлы, яуаплы, шул уҡ ваҡытта хөрмәткә һәм танылыуға лайыҡ булыуын иҫбатлай.
Анна РАМАЗАНОВА,
Түбәнге Бобин мәктәбенең
профсоюз комитеты рәйесе.