Яңы уҡыу йылы башланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Быйылғы йыл яңы коронавирус (COVID-19) пандемияһы килеп сығыу сәбәпле, үткән йылдарҙан айырыла. Шуға ла балалар, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар был көндө ҙур тул-ҡынланыу менән көтә. Мәсетле районы мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың уҙған йылдағы уңыштары, белем биреү усаҡтарының яңы уҡыу йылына әҙерлеге, уҡыу йорттарының кадрҙар менән тәьмин ителеүе һәм хәүефһеҙлек саралары хаҡында һөйләне.
Мәсетле районы муниципаль мәғариф системаһы 12 урта, дүрт төп, һигеҙ башланғыс мәктәптән, 25 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһынан, ике өҫтәмә белем биреү учреждениеһынан – Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонан, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән тора.
Районда барлығы 417 педагог эшләй, шуларҙың 95-е – мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында, 30-ы – өҫтәмә белем биреү учреждениеһында. 372 мәғариф хеҙмәткәре юғары белемгә эйә (79, 8%).
Райондың социаль өлкәһендә мәктәпкәсә белем биреү төп урындарҙың береһен биләй. Балалар баҡсаһына йөрөгән тәрбиәләнеүселәр һаны 1286 бала тәшкил итә.
Һуңғы йылда мәктәпкәсә белем биреү системаһында һиҙелерлек үҙгәрештәр булды. 2019 йылдың сентябрь айында Түбәнге Бобин ауылының “Василек” балалар баҡсаһында 15 урынлыҡ кескәйҙәр төркөмө асылды, ағымдағы йылдың март айында Оло Ыҡтамаҡ ауылында заман талаптарына тура килгән һәм 140 урынға иҫәпләнгән яңы “Миләш” балалар баҡсаһы сафҡа инде. Быйыл Кесе Ыҡтамаҡ ауылының “Дюймовочка” балалар баҡсаһында 13 урынлыҡ кескәйҙәр төркөмө асыла.
2020 йылда 11-се класты тамамлаусы 69 бала имтихан һынауҙарын тотто. Бөтә сығарылыш уҡыусылары урта дөйөм белем тураһында аттестат алды. 12 уҡыусы “Уҡыуҙа айырым уңыштары өсөн” миҙалына лайыҡ булды (2019 йылда – 9).
Юғары балл йыйғандар һаны икеләтә артты. Уҙған уҡыу йылында уларҙың һаны 12 булһа, быйыл, 2020 йылда – 24. Химия фәненән лицей уҡыусыһы Камилла Ғайсина 100 балл йый-ҙы, уҡытыусыһы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәмзиә Мөхөбуллина. Рус һәм инглиз теленән Зарина Әмирова 98-шәр балл йыйҙы, уҡытыусылары – Татьяна Сычкина, Зөһрә Михайлова.
Коронавирус инфекцияһының таралыуы арҡаһында, 9-сы класс уҡыусылары төп дәүләт имтихандарын тапшырманы. 281 уҡыусы төп дөйөм белем тураһында аттестат алды, шуларҙың 24-е – тик “яҡшы” билдәләре менән генә.
130-ға яҡын педагогик хеҙмәткәр Рәсәй һәм республика наградаларына эйә. Райондың мәғариф системаһында эшләй: Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы – бер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре һәм уҡытыусыһы – алты; 12 кеше “Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре” түш билдәһенә эйә, “Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы” – биш, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдын-ғыһы” – 54. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән 13 педагогик хеҙмәткәр бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән – 38 кеше. 2019 йылда Әләгәҙ мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Сәйфутдиноваға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” исеме бирелде.
Мәктәптәрҙә эш стаждары биш йылдан артыҡ булмаған 21 (3,6 %) йәш уҡытыусы эшләй (2017 йылда – һигеҙ кеше, 2,3%), балалар баҡсаһында – бер тәрбиәсе (1 %).
Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2019 йылдың 11 июнендәге “Башҡортостан Республикаһының ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттар тураһында”ғы 170-се Указына ярашлы, 35 йәшкә тиклемге дүрт уҡытыусы – Алина Солтанова, Эльвира Ғәлләмова, Әлфирә Ғәлиәскәрова һәм Эльза Кинйәбаева 600 мең һум күләмендә грантҡа эйә булды. 2020 йылда был конкурста һигеҙ йәш уҡытыусы ҡатнашты.
1-се лицейҙың инглиз теле уҡытыусыһы Регина Николаева йәш уҡытыусыларға грант биреү конкурсында ҡатнашты. Ул ике йылға бер тапҡыр икенән биш йылға тиклем стажға эйә 30 йәшкә тиклемге 25 уҡытыусыға бирелә.
2019-2020 уҡыу йылында 150 педагог квалификацияны арттырыу курстарында белемдәрен камиллаштырҙы. 86 педагог аттестация үтте. Шулар араһында юғары категорияға: 46 уҡытыусы, 11 тәрбиәсе, ике өҫтәмә белем биреү педагогы, берәр тренер-уҡытыусы, физкультура буйынса инструктор һәм музыка етәксеһе.
29 педагог беренсе категорияға аттестация үтте. Улар араһында 11 уҡытыусы, бер педагог-психолог, бер тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне уҡытыусы-ойоштороусыһы, ете тәрбиәсе, өс тренер-уҡытыусы.
“Йыл уҡытыусыһы” конкурсының муниципаль этабында 13 уҡытыусы ҡатнашты. 1-се лицейҙың башланғыс кластар уҡытыусыһы Оксана Лысова еңеүсе тип билдәләнде. Ул шулай уҡ “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” муниципаль конкурсының “Йыл уҡытыусыһы” номинацияһында еңде. Дыуан-Мәсетле мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Эльвера Абдрахманова һәм Башҡорт гимназияһының география уҡытыусыһы Гөлназ Ниғәмәтйәнова призерҙар булды. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” номинацияһында – Башҡорт гимназияһынан Айгөл Айсина, “Рус теле һәм әҙәбиәте” номинацияһында – Түбәнге Бобин мәктәбенән Анна Рамазанова, “Татар теле һәм әҙәбиәте” номинацияһында Оло Аҡа мәктәбенән Альбина Нурыева иң күп балл йыйҙы.
Улар “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2020” конкурсында район исеменән сығыш яһаны. Анна Рамазанова “Еңеү дәресе” номинацияһында иң яҡшыһы тип табылды һәм 2020 йылдың рус теле һәм әҙәбиәтенән иң яҡшы ун уҡытыусыһы исемлегенә инде. Альбина Нурыева конкурстың бөтә һынауҙарын, шул иҫәптән “Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры менән әңгәмә” этабын үтеп, финалға сыҡты, “Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2020” конкурсы лауреаты булды. Альбина Сәғит ҡыҙына Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһы бирелде.
Районда белем сифатын арттырыу маҡсатында һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү буйынса эш алып барыла. Интеллектуаль конкурстар араһында Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы айырым урын биләй. Үткән уҡыу йылында уның муниципаль этабында 7-11 кластарҙан 421 уҡыусы ҡатнашты (математиканан 5-11 кластар). 40 уҡыусы еңеүсе булды (2018 йылда – 38).
Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашып, Адэлия Ҡәләмова физиканан (уҡытыусыһы Динар Хәйруллин), Азамат Ярмушев йәмғиәтте өйрәнеү фәненән (Гүзәл Ғилметдинова) призер булды, Анастасия Меркулова, Зарина Әмирова, Камилла Ғайсина инглиз теленән (Зөһрә Михайлова) еңеү яуланы.
Түбәнге Бобин мәктәбе “Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проектында ҡатнашып, бөтәһе ике миллион һумлыҡ компьютер ҡоролмаларына (30 нетбук, икешәр принтер һәм интерактив таҡта, туғыҙ ноутбук) эйә булды.
“Взлетай” проекты сиктәрендә 1-се лицейҙа стоматология кабинеты асылды. “Заманса мәктәп” төбәк проекты ярҙамы менән 2019 йылдың 1 сентябренән лицейҙа һәм Башҡорт гимназияһында “Үҫеш нөктәһе” үҙәге үҙ эшен башланы.
“Һәр баланың уңышы” проекты сиктәрендә районда муниципаль терәк үҙәге эшләй, методист ставкаһы бүленгән. Шул уҡ проект буйынса лицей һәм Башҡорт гимназияһы “Киләсәккә билет” һөнәри йүнәлеш проектында ҡатнаша. 2019-2020 уҡыу йылында 120 уҡыусы һөнәри компетенцияны билдәләү буйынса тест үтте, 40 бала республиканың юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттарында үткәрелгән һөнәри йүнәлеш характерындағы сараларҙа ҡатнашты.
Дөйөм әйткәндә, бөтә мәктәптәр, балалар баҡсалары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары яңы уҡыу йылына әҙер. Уларҙа капиталь һәм косметик ремонт эшләнгән.
Коронавирус инфекцияһын профилактикалау маҡсатында термометрҙар, дозаторҙар, антисептиктар, битлектәр һәм рециркуляторҙар һатып алынған. Был маҡсатҡа муниципаль бюджеттан 537 мең һум аҡса бүленгән, республика бюджетынан – 1 600 мең һум.
Хәүефһеҙ белем биреү мөхитен булдырыу өсөн һигеҙ мәктәптә һәм биш балалар баҡсаһында полицияны ашығыс саҡыртыу өсөн төймә ҡуйылған, бөтә дөйөм һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары янғынға ҡаршы автоматик сигнализация менән йыһазландырылған, бөтә мәктәптәргә видеокүҙәтеү ҡуйылған, район үҙәгендәге дүрт балалар баҡсаһында һаҡлай торған сигнализация бар.