Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Август 2020, 15:00

Физика – уның булмышы

Оло Ыҡтамаҡ ауылы лицейында физика уҡытыусыһы булып оҙаҡ йылдар Динар Хәйруллин эшләй.

Ул Ҡариҙел районының Абдулла ауылында тыуған. Атаһы Нәбиулла Хәйрулла улы урман сәнәғәтендә ябай эшсе булып хеҙмәт итә, әсәһе Сәғиҙә Ғарифулла ҡыҙы – Павловка һыу-һаҡлағысының гидрометеорология үҙәгендә белгес. Динар Нәбиулла улы бәләкәй сағында станцияға барып, әсәһенә яуым-төшөм буйынса отчет һәм графиктар төҙөргә ярҙамлаша. Шул арҡала ул тиҙ һанарға өйрәнә.
Мәктәптә яҡшы уҡый. Берҙән-бер предмет – рус теле генә ауырыраҡ бирелә уға. “Һандар менән ҡыҙығыраҡ, улар хәтерҙә яҡшыраҡ ҡала”, – ти йылмайып. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары бул-ған уҡытыусылары – класс етәксеһе Фәнәүи Хәсәнбәков менән мәктәп директоры Риф Ғабдуллинды йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала.
Мәктәпте тамамлағас, һандар донъяһын үҙ иткән егет, Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Тәүге курстан уҡ үҙен ыңғай яҡтан ғына күрһәтә һәм биш йыл дауамында тик “биш” билдәләренә генә уҡый. Йәмәғәт һөнәрҙәре факультетының бейеү бүлегенә яҙылып та отол-май. Был ваҡытта бейеүҙәр коллективы етәксеһе Фәйзи Ғәскәров үҙе була.
Халыҡтар дуҫлығы фестивале сиктәрендә бейеү ансамбле составында Динар Хәйруллин Германияның Галле ҡалаһында сығыш яһай. Билдәле Берлин стенаһын күреү мөмкинлегенә эйә була. Динар Нәбиулла улын йәштәштәре һәм уҡытыусылар хөрмәт итә, шуға уны студенттар исеменән декан урынбаҫары һәм бейеү ансамбле старостаһы итеп һайлайҙар.
Тормош юлында буласаҡ ҡатыны – шулай уҡ уҡытыусы һөнәрен һайлаған Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙын осрата. Диплом алғас, йәш белгестәр йүнәлтмә буйынса Иглин районында эш башлай. Бында Динар Нәбиулла улын директор итеп ҡуялар.
Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙының тыуып-үҫкән яғы – Мәсетле районының тәбиғәте йәштәрҙе үҙенә ғашиҡ итә. Шуға күрә, Оло Ыҡтамаҡ ауылы мәктәбенә уҡытыусылар кәрәк, тигәнде ишеткәс, улар уйлап та тормай, күсенә.
Динар Нәбиулла улының уҡыусылары яҙған фәнни хеҙмәттәр “Леонардо” Бөтә Рәсәй фестивалендә лайыҡлы баһаланған. Уҡыусылары Эрика Камалова, Илнур Шакиров, Ғәлиәскәр Ғибәҙуллин, Егор Русинов, Луара Ғибәҙуллина, Ринат Абдуллин, Зарина Хәйруллина, Эльмира Сәлимова, Максим Кирилов, Адэлия Ҡәләмова төрлө конкурс һәм олимпиадаларҙа призлы урындар яулай.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, киләсәк быуынды уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә ирешкән уңыштары өсөн Динар Хәйруллин Рәсәй һәм Башҡорт-остан мәғариф министрлыҡтарының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.