Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тәҡдиме буйынса 1 сентябрҙә Белем көнөнә арналған тантаналы линейка I, IX һәм XI клас-тар өсөн генә үтә.
Байрамда яңы коронавирус (Covid-19) инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү һәм профилактикалау шарттарында санитар-эпидемиологик талаптар күҙәтеләсәк. Лицейҙа һәм гимназияла тантаналы линейка һәр параллель өсөн төрлө ваҡытта айырым үтәсәк, ата-әсәләргә был турала өҫтәмә рәүештә хәбәр ителәсәк. II-VIII , X кластар өсөн линейка булмаясаҡ. Улар өсөн Белем көнө дистанцион форматта киләһе режимда үтә:
– республика Башлығы Радий Хәбиров менән “Асыҡ дәрес” (иртәнге сәғәт 10-да башлана);
– Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейына арналған Бөтә Рәсәй асыҡ онлайн-дәрес;
– 2020 йылда уҡыуҙың үҙенсәлектәренә арналған класс сәғәте.
Балалар белем биреү усағына 2 сентябрҙә бара. Бынан тыш, мәктәптә балалар аҙыраҡ аралашһын өсөн дәрестәр һәм тәнәфестәр теҙмәһе алмашынып торасаҡ. Шулай уҡ инеү һәм сығыу урындарында, коридорҙа 1,5 метрҙан да кәм булмаған социаль дистанцияны һаҡлау өсөн билдәләр ҡуйыласаҡ.
Уҡытыусылар мотлаҡ рәүештә битлек режимын һаҡларға бурыслы.