Ҡыҙҙарҙы мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән Әнис Әсәҙуллин ҡотланы. Ул был уңыштың нигеҙендә сығарылыш уҡыусыларының ғына түгел, ә уларҙың ата-әсәләренең, класс етәкселәренең һәм уҡытыусыларының маҡсатҡа ирешеүҙә ныҡышмалы хеҙмәте ятыуын билдәләп үтте.
Башҡорт гимназияһын тамамлаусы, “Йыл уҡыусыһы-2019” конкурсы еңеүсеһе Зөлфиә Хафизова (ата-әсәһе Гөлнара Хәлилова һәм Артур Хафизов, класс етәксеһе – Гөлнара Хәлилова), 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейын тамамлаусылар: инглиз теле буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабы һәм “Йыл уҡыусыһы-2020” муниципаль конкурсы призеры Зарина Әмирова (ата-әсәһе Земфира һәм Ранис Әмировтар, класс етәксеһе – Аида Сәлимйәнова); инглиз теле буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабы һәм “Йыл уҡыусыһы-2020” муниципаль конкурсы призеры Камилла Ғайсина (әсәһе Лира Ғайсина, класс етәксеһе – Аида Сәлимйәнова); Лиана Ҡотлоәхмәтова (ата-әсәһе Лилиә һәм Раил Ҡотлоәхмәтовтар, класс етәксеһе – Динар Хәйруллин); Эльмира Сәлимова (ата-әсәһе Ғәлиә һәм Илдар Сәлимовтар, класс етәксеһе – Динар Хәйруллин) быйылғы йылда премияға лайыҡ булды.
Әнис Ҡасим улы уларға тормоштоң киләһе баҫҡысын – студент йылдарын уңышлы үтеп, кәрәкле һөнәр алыуҙарын, киләсәктә үҙ юлдарын табып, илебеҙҙең лайыҡлы кешеләре булыуҙарын теләне.