Мәсетле тормошо
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Август 2020, 17:40

Студенттар нисек уҡыясаҡ?

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Эхо Москвы” радиоканалына интервью бирҙе.

Унда ул коронавирус пандемияһы шарттарында юғары уҡыу йорттары студенттары нисек белем алыуы тураһында хәбәр итте.
Шулай итеп 1 сентябрҙән бакалавриаттың беренсе курсында һәм магистратураның һуңғы курсында уҡыған студенттарҙан тыш башҡалар бөтәһе лә дистанциялы режимда уҡый башлаясаҡ. Был система кәмендә 1 октябргә тиклем һаҡланасаҡ.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, мәктәптәр менән сағыштырғанда уҡыу йорттарында хәлдәр ҡатмарлыраҡ.
– Был шуның менән аңлатыла, унда ятаҡтар бар. Хәҙер студенттар ятаҡтарға килеп тулһа нимә булыр? Беҙ пандемия башында ике ятаҡты япҡайныҡ хатта. Был беҙҙең өсөн ҙур проблема булды, – тине Радий Хәбиров.
Артабан коронавирусҡа бәйле хәлгә ҡарап, ҡарар ҡабул ителәсәк.
Фото: ivbg.ru
Автор: Альфия Мингалиева