Республика буйынса химиянан 3444 уҡыусы имтихан тапшырған. Шуларҙың 33-ө 100 балл йыйған, 499 кеше 81 балға һәм унан юғарыраҡ күрһәткестәргә эшләгән. Химиянан берҙәм дәүләт имтиханының уртаса балы 56,6 тәшкил итә.
5912 уҡыусы йәмғиәтте өйрәнеү буйынса имтихан биргән. Уларҙың берәүһе 100 балл йыйған, 485 кеше – 81 балдан юғары. Был предметтан уртаса тест балы – 55,1.
Мәсетле районында химиянан Оло Ыҡтамаҡ лицейы уҡыусыһы Камилла Ғайсина 100 балға эшен яҙған. Уҡытыусыһы – Рәмзиә Мөхөбуллина (фотола).
– 8 кластан уҡ химия буйынса ныҡлап шөғөлләнә башланым, – ти ҡыҙ. – кластан класҡа күскәндә имтихандарҙы тик бишлегә генә биреп килдем, олимпиадаларҙа ҡатнаштым. Предметты дәрестән һуң үҙ аллы өйрәндем. Һөҙөмтәлә өҫтәмә белем алдым һәм уҡытыусы биргәндәрҙе нығыттым.
Тағы ла Мәсетле районының 22 сығарылыш класс уҡыусыһы математика, рус теле, география, информатика, тарих, физика, йәмғиәтте өйрәнеү, химия буйынса берҙәм дәүләт имтихандарында юғары балдарға (81-ҙән күберәк) өлгәште.