Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Апрель 2020, 17:00

Онлайн режимда

6 апрелдән республикала дистанцион уҡыу башланды

Донъяла яңы коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы барлыҡҡа килеү кешеләрҙең күпселегенең күнегелгән йәшәү рәүешен үҙгәртте. Үҙизоляция режимы иғлан ителеү сәбәпле балалар өй шарттарында белем ала. Онлайн режимда уҡыу башланғандан алып өс аҙна үтте. Мәктәп партаһында ултырмайынса ла белеп алып буламы икән? Яңы технологияларҙы уңышлы үҙләштерәбеҙме? Уҡыусылар, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар уны нисек булдыра? Был хаҡта улар үҙҙәре һөйләй.
Колледждың I курс студенткаһы:
– Дистанцион уҡыу ғәҙәти лекцияларҙан айырыла, әлбиттә. Уның үҙ “минустары” һәм “плюстары” бар.
Ыңғай яҡтары: беҙ атай-әсәйҙәребеҙ эргәһендә, иртән иртүк тороп колледжға йүгерергә кәрәкмәй, үҙ мөмкинлектәреңде асыу, башланған эштәрҙе тамамлау өсөн ваҡыт бар.
Миңә ундай шарттарҙа реаль белем алыуы ауырыраҡ. Бының өсөн оҙағыраҡ ултырыу, үҙ аллылыҡ кәрәк. Күп яҙырға, конспекттар тултырырға, интернетҡа, видео-роликтарға мөрәжәғәт итергә тура килә.
4-се класс уҡыусыһы:
– Миңә өйҙә уҡыу оҡшай. Айырыуса мин онлайн-конференцияларҙы яратам, видеодәрестәр ҙә бик ҡыҙыҡлы. Элекке һымаҡ урамға сыҡҡы, класташтарым һәм дуҫтарым менән китапханаға бар-ғым килә, әлбиттә. Шуға күрә кис улар менән беҙ видеошылтыратыуҙар аша аралашабыҙ.
Өс бала әсәһе:
– Беҙҙең ғаиләлә өс уҡыусы ҡыҙ, улар 1-се, 7-се һәм 11-се кластарҙа уҡый. Уҡытыу дистанцион режимда алып барыласағы тураһында билдәле булғас, булған компьютерыбыҙға өҫтәп, туғандарыбыҙҙан планшет һорап торорға тура килде. Беренсе класс программаһын үҙләштерергә балаға ирем менән ярҙам итә алабыҙ. Ә юғары класта уҡыу-сы ҡыҙҙарыбыҙға нисек ярҙам итергә? Ундай форматта программа бик насар үҙләштерелә. Унан тыш, бәйләнеш сифаты түбән, онлайн-дәрестәр йыш өҙөлә.
Дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы:
– Дистанцион уҡытыу тулы ҡиммәтле белем биреү процесы түгел. Алыҫтан тороп уҡыусылар менән кәрәкле бәйләнешкә инеп булмай, баланың программаны үҙләштергәнме-юҡмы икәнен уҡытыусы белә алмай. Мин дүрт класта дәрестәр алып барам, ә был – 20 уҡыусы. Дәрестәр һәм өйгә эштәрен тикшереү менән барыһына бергә тотош көн тиерлек китә. Уҡыусыларға материалды үҙ аллы уҡып, уны үҙләштереүе ауыр. Ауылда кеҫә телефоны бәйләнеше юҡ, күптәргә интернет инмәгән, шуға күрә өй телефондарын ҡулланырға тура килә. Айырыуса тәүге аҙнала ҡыйын булды. Әле ҡайһы бер моменттар аңлашыла башланы. Балалар тырыша, уҡый, бында уларҙың ата-әсәләренең дә тырышлығы бар.
Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы:
– Өҫтәмә белем биреү дәрестәре өсөн дистанцион режимды ҡулланып булмай. Был айырыуса предмет уҡытыусылары-инструменталистарға ҡағыла. Баланы музыка ҡоралында уйнарға өйрәткән ваҡытта тактиль контакт мөһим. Шуға күрә онлайн дәрестәр уҡытыусы менән уҡыусының күҙмә-күҙ осрашып үтеүсе дәрестәрҙе алмаштыра алмай. Мин уҡытыусы булыу-ҙан тыш, тағы ике уҡыусы һәм бер студент әсәһе лә. Үҙизоляцияға тиклем балаларға гаджеттар һәм интернет менән контакттарҙы ҡәтғи тыя инем. Ә хәҙер уларҙы ҡулдарынан төшөрмәйҙәр, тиерлек, ә был бер яҡшы нәмәгә лә килтермәй: аң-белем даирәләре тар булып китә, иммунитеттары көсһөҙләнә һәм һаулыҡтары насарлана. Илдәге хәл-тороштоң оҙаҡламай яйланырына һәм балаларҙың ҡайтанан мәктәп партаһына ултырырына ныҡ өмөтләнәм.

Шуның менән бергә
БР Һанлы үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге ваҡытта Башҡортостанда 86% халыҡтың юғары тиҙлекле интернеттан файҙаланыу мөмкинлеге бар, ә 13,7 процентының ундай мөмкинлеге юҡ. Республика халҡының 97 проценты кәрәҙле бәйләнеш хеҙмәттәре булған зонала йәшәй, ә уның 2,6 процентында ундай бәйләнеш юҡ.
Быйыл туғыҙынсы класты тамамлаусы уҡыусылар бары ике предметтан ғына (һайланған предметһыҙ) имтихан тапшырасаҡ, ә беренсе кластан алып һигеҙенсегә тиклемге уҡыусылар Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен (ВПР) сентябрҙә генә яҙасаҡ тип күҙаллана.