Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Март 2020, 16:00

ДОСААФ: Үткәндәр өсөн ғорурлыҡ, киләсәккә ышаныс!

Күптән түгел гәзит уҡыусылар редакцияға Рәсәй ДОСААФ-ының Мәсетле районы бүлексәһе эшмәкәрлеге тураһындағы һорау менән мөрәжәғәт иткәйне. Бөгөн беҙ һуңғы айҙарҙа был ойошмала ниндәй ыңғай һәм алдынғы үҙгәрештәр булыуы хаҡында һөйләргә теләйбеҙ.

23 ғинуарҙа Рәсәй ДОСААФ-ының урындағы Мәсетле районы бүлексәһе рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп Рудик Фәнил улы Ғарифуллин тәғәйенләнгән ине. Ул яңы командаһы менән урындағы ДОСААФ-ты тергеҙеү эшен башланы.
2020 йылдың 4 мартына ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһендә матди-техник йыһазланышты күтәреү буйынса эш башҡарылған, водителдәрҙе уҡытыу өсөн яңы күргәҙмә әсбаптар, өҫтәмә медицина тренажерҙары һатып алынған, ә иң мөһиме, уҡыу автомобилдәре автопаркы тулыһынса яңыртылған, әлеге мәлдә унда алты берәмек уҡыу техникаһы иҫәпләнә.
Водителдәр уҡытыуға рөхсәт документтары әҙер һәм әле БР ЮХХДИ идаралығында тикшерелә, водителдәр уҡытыуҙы миҙгел башына тергеҙеү планлаштырыла.
Тағы ла бер яҡшы хәбәр – ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе яңы лицензия алды, ул водителдәр әҙерләргә генә түгел, ә “Хеҙмәтте һаҡлау”, “Янғын-техник минимум”, “Зыян күреүселәргә табипҡаса тәүге ярҙам күрһәтеү” йүнәлештәре буйынса, шулай уҡ “Һаҡсы”, “Ашнаҡсы”, “Кассир”, “Электромонтер”, “Электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе”, “Стропальщик”, “Быраулаусы”, “Быраулаусы ярҙамсыһы” өҫтәмә белем буйынса эшсе һөнәрҙәргә һәм башҡа 300-ән ашыу йүнәлеш буйынса уҡытыуҙы бойомға ашырырға мөмкинлек бирә.
Белем биреү программаһының киң даирәһе һөҙөмтәһендә, беҙҙең һәм күрше райондарҙа йәшәгән халыҡҡа уҡыр өсөн башҡа район-ҡалаларға йөрөү мохтажлығы бөттө.
ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе теләгәндәрҙең барыһын да эшсе һөнәрҙәре буйынса ҡыҫҡа сроклы курстарға һәм квалификация күтәреү курстарына саҡыра.
Физик шәхестәрҙән һәм юридик ойошмаларҙан заявкалар ҡабул ителә.
Беҙҙең адрес: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Совет урамы, 13 (“СВ-компьютер” ҡаршыһында). тел. 8-917-342-58-54, 8-987-613-60-12.
1100200002430 һанлы ОГРН.
0330 һанлы лицензия (29.02.2012 й.).
Реклама хоҡуғында