Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткән йылдың беренсе сентябренән лицейҙа “Взлетай!” яңы белем биреү проекты старт алды, уның төп бурысы – юғары класс уҡыусыларын өлкәндәр тормошондағы ысынбарлыҡ- тарға әҙерләү. Был проект бер нисә модулде – төрлө йүнәлештәге программаларҙың тотош комплексын үҙ эсенә ала. Әлеге мәлдә юғары класс уҡыу-сылары уларҙың дүртәүһен өйрәнә: “Иркен һөйләш” модуле уҡыусыларға инглиз һөйләү телен үҙләштерергә, “Спорт менән дуҫ бул” – юғары класс уҡыу-сыларын төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүгә мөмкин тиклем нығыраҡ ылыҡтырырға, “Шахмат уйна” – аҡыл һәләттәрен һәм логик фекерләүҙе үҫтерергә, “Интерактив башҡорт теле” – башҡорт һөйләү теленә эйә булырға ярҙам итә. “Сәләмәт йылмайыу” модуле стоматология кабинетын булдырыуҙы һәм стоматологка барыуҙы күҙ уңында тота. Ул 2020 йылдың апреленән эшләй башлаясаҡ. Әлеге ваҡытта стоматология кабинетын лицензиялау тамамлана.
Бөгөн проектҡа ярашлы инглиз теле уҡытыусыһы Зөһрә Михайлова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Мырҙағолова һәм физкультура уҡытыусыһы Салауат Кәрәмов занятиелар уҙғарҙылар. Балалар белем, оҫталыҡ һәм күнекмәләрҙең юғары кимәлен күр-һәтте.
Айгөл РИЗВАНОВА,
район мәғариф бүлегенең баш белгесе.