Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Март 2020, 17:00
Яңы уҡыу үҙәге асылды
Мәсетле районында эшсе һөнәрҙәргә уҡытыу һәм квалификация күтәреү буйынса “ГеоАльянс” уҡыу үҙәге асылды.
“ГеоАльянс” уҡыу үҙәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостан Республикаһының нәҡ төньяҡ-көнсығыш райондары, шулай уҡ күрше өлкәләр халҡы тарафынан талап ителгән һөнәрҙәргә уҡытыу өсөн булдырылған.
Шундай уҡыу үҙәге асылыуын Мәсетле районында йәшәүселәр күптән көтә ине, сөнки уҡыу өсөн юлға ваҡыт һәм аҡса сарыф итеп Мәсәғүт ауылына йәиһә Өфө һәм Екатеринбург ҡалаларына йөрөргә тура килә торғайны.
Хәҙер нефть, техник, эшсе профессияларға уҡырға теләгәндәр үҙебеҙҙә – Мәсетле районында уҡый ала.
“ГеоАльянс” уҡыу үҙәге ЯСЙ-һы – белем биреү учреждениеһы үҙ эшмәкәрлегендә түбәндәгеләргә таянып эш итә:
- “Рәсәй Федерацияһында белем биреү тураһында”ғы 273-ФЗ һанлы (29.12.2012) Федераль законға;
- РФ Хөкүмәтенең “Түләүле белем биреү хеҙмәттәре күрһәтеү ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында”ғы 706-сы (15.08.2013) ҡарарына;
- Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының “Өҫтәмә һөнәри белем тураһында”ғы 06-735-се (09.10.2013) хатына (“Өҫтәмә һөнәри белем биреүҙең закондар сығарыу һәм норматив хоҡуҡи тәьминәте тураһындағы аңлатмалар” менән бергә);
- Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының “Һөнәри уҡытыуҙың төп программалары буйынса белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу һәм бойомға ашырыу тәртибе” 292-се (18.04.2013) хатына;
- Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының “Өҫтәмә һөнәри программалар буйынса белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу һәм бойомға ашырыу Тәртибен раҫлау тураһында”ғы 499-сы (1.07.2013) бойороғона.
Уҡыу үҙәге өҫтәмә белем биреү, квалификация күтәреү һәм ҡайтанан һөнәри әҙерлек алыу программалары буйынса белем биреү эшмәкәрлеген бойомға ашырыуға Башҡортостан Республикаһының мәғариф өлкәһендәге Контроль һәм күҙәтеү идаралығы тарафынан 2017 йылдың 11 сентябрендә бирелгән 4882-се лицензия нигеҙендә түләүле белем биреү хеҙмәттәре күрһәтә.
Уҡыу яҡты, иркен, йыһазландырылған кабинеттарҙа үтә. Бөтә кабинеттарға ла Роспотребнадзор һәм Янғын күҙәтеүенең рөхсәт документтары бар.
Уҡытыуҙы юғары квалификациялы уҡытыусылар бойомға ашыра. Практикалар район ойошмаларында үтә.
Уҡытыу йыл дауамында көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән тороп йәки ситтән тороп уҡыу формаларында үтә.
Өҫтәмә белем биреү программалары исемлегендә стропальщик, быраулаусы, быраулаусы ярҙамсыһы, ашнаҡсы, электромонтер, газ менән иретеп йәбештереүсе һәм башҡа 300-ҙән ашыу профессия иҫәпләнә.
Уҡыу үҙәге Башҡортостан Республикаһы, Мәсетле районы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тихон Онкин урамы, 1 (аҫҡы ҡат) адресы буйынса урынлашҡан.
Рәсми сайт: geoaliance.ru
Тел. 8-917-388-69-03 (WhatsApp), e - mail: geo.alyans @mail.ru.
“ГеоАльянс” уҡыу үҙәге ЯСЙ-һы 1160280108471 һанлы ОГРН.
4882 һанлы лиц. (11.09.2017г).
Реклама хоҡуғында.
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"