2015-2016 уҡыу йылындағы берҙәм дәүләт имтиханында ул математика, инглиз теле, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса юғары балдар һәм рус теленән 100 бал йыя. Елена уҡыусыларға үҙенең БДИ-ға әҙерләнеү тәжрибәһе, көн тәртибе серҙәре, тестар менән эш итеү ҡағиҙәләре менән уртаҡлашты. Ул БДИ ваҡытында тест заданиеларын эшләүгә ваҡытты дөрөҫ бүлә белергә кәрәклеген әйтте. Ә быға имтихан биреп ҡараған ваҡытта өйрәнергә була. Юғары һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн баһалау критерийҙарын өйрәнергә, тикшереүсенең ни теләгәнен белергә кәрәк.
Йөҙ бал алған ҡыҙ шулай уҡ үҙе уҡыған вуз тураһында һөйләне. Һөйләшеү йәнле, ирекле, ә иң мөһиме, 2020 йылда сығарыласаҡ уҡыусылар өсөн кәрәкле килеп сыҡты. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға ла яуаптар алды. Осрашыуҙа шулай уҡ 10-11-се кластарҙың етәкселәре булды.