Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Февраль 2020, 15:00

Телдәрҙе бергәләп һаҡлап ҡалайыҡ

Бөгөн – Халыҡ-ара туған тел көнө

Был дата лингвистик төрлөлөк идеяһын һаҡлап ҡалыу маҡсатында булдырылған.
Күпселек телдәр әкренләп юҡҡа сыға. Был ул телдәрҙә һөйләшкән кешеләрҙең, киңерәк таралған телде өйрәнеп, билингвистарға әйләнә барыуы арҡаһында килеп сыға. Ваҡыт үтеү менән улар үҙҙәренең туған телен онота, уны бөтөнләй ҡулланмай тиерлек. Әле Рәсәйҙә лә шундай хәл бара. 136 тел хәүеф аҫтында. Был исемлеккә баш-ҡорт һәм татар телдәре лә ингән.
Телде әле һаҡлап ҡалырға мөмкин булған шарттар бар: был телдә һөйләшергә, яҙырға, һүҙлектәр һәм китаптар сығарырға тейештәр, дәүләт ярҙамы күр- һәтелергә, һәм кеше үҙенең туған телен белергә һәм шул телдә һөйләшергә тейеш.
Беҙҙең район – күп милләтле. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, бында башҡорттар, рус-тар, татарҙар һәм башҡа күп милләттәр йәшәй. Араларында урындағы ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында үҙ телебеҙҙә яҙған яҡташтар бар.
Һеҙҙе яҡташыбыҙ – Теләш ауылында тыуып үҫкән, Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Мәүлиҙә Әхмәтйәнованың ижады менән таныштырырға теләйбеҙ.
Ул башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған һәм республикабыҙ территорияһында ғына түгел, ә унан ситтә лә гәзит-журналдарҙа баҫылған күп кенә хикәйәләр, повестар һәм очерктар авторы. Хикәйәләре “Ҡырсынташ”, “Әҙәби нағыш”, “Шә-ғәле Шаҡман юлы” китаптарына һәм “Китап” нәшриәтенең “Таңды ҡаршылап” электрон баҫмаһына ингән. “Бабайһыҙ әбейҙәр” хикәйәләр циклы 2001 йылда иң яҡшы тип танылып, “Шоңҡар” журналы дипломын алған.
Уҡыусылар уның “Атайыма аҡ эшләпә, пар аяҡ” (“Сыңрау торна” нәшриәте) автобиографик китабын ярата. Был китап хаҡындағы төрлө баҫмаларҙа ыңғай ҡараш сағылдырылған.
2013 йылда “Башҡортостан ҡыҙы” журналында “Таштарҙы кем төшөргән” хикәйәһе баҫыла, уның өсөн ул журналдың лауреаты була.
“Хуш, пулнамуч” тип атала Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына республика Башлығы грантына уҙғарылған ижади конкурста призлы урын алған повесть. Ул Учалы ҡалаһында сыҡҡан “Шәғәле Шаҡман юлы” йыйынтығына индерелгән.
Рус телендә яҙылған әҫәрҙәр-ҙең яҙмышы тураһында әйтергә кәрәк, сөнки яҙышыусы һәр кем өсөн үҙ уҡыусыһын табыу мөһим, ә аудиторияны киңәйтеүҙең берҙән-бер мөмкинлеге – ул күптәргә аңлайышлы телдә яҙыу.
“Север” журналдарында, “Листая страницы прошлого” йыйынтығында баҫылған очерктарынан тыш, “Бельские просторы” журналында ла баҫмалары барлыҡҡа килә.
“Лебеди над Челнами” төбәк әҙәби конкурсында (Яр Саллы ҡалаһы) рус телендәге хикәйәләре менән ҡатнашыу һәм еңеү – яҡшы башланғыс.
Айырыуса башҡорт һәм рус телдәрендә уҡып булған “Баш-ҡортостан” гәзитендә баҫылып сыҡҡан “Етембикә” хикәйәһен билдәләп үтергә кәрәк. Ул уҡыу-сыларҙың ыңғай баһаһын алды.
Хикәйәләрҙе ниндәй телдә яҙылған, шулай уҡырға кәрәк, шул саҡта улар уҡыусыға аңлайышлы буласаҡ.
Был китаптар китапханала бар, күптәрен интернетта, гәзит һәм журналдар баҫмаларында табырға мөмкин.