Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Февраль 2020, 12:00

Лагерға путевка

Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың айырым категорияларының ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороу буйынса вәкәләттәр 2020 йылдың 1 ғинуарынан урындағы үҙидара органдарына тапшырыла.

Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан стационар лагерҙарға бушлай путевка алыу өсөн һеҙгә теркәлгән урынығыҙ буйынса балаларҙың ялын ойоштороу һәм уларҙы һауыҡтырыу буйынса вәкәләтле муниципаль органға түбәндә һанап үтелгән документтар менән мөрәжәғәт итергә кәрәк:
1) ғариза биреүсенең паспорты йәки шәхесен раҫлаусы башҡа документы;
2) баланың (балаларҙың) тыуыуы тураһында таныҡлыҡ (таныҡлыҡтар);
3) 14 йәше тулған балаға (балаларға) паспорт (паспорттар);
4) баланы (балаларҙы) уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа), попечителлекә йәки ғаиләгә алыу фактын (факттарын) раҫлаусы документ (документтар);
5) ғаиләнең аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына ҡарауын раҫлаусы белешмә;
6) вәкәләттәре ышаныс ҡағыҙҙары менән билдәләнгән кешеләр өсөн – ҡануниәт тарафынан билдәләнгән тәртиптә тултырылған ышаныс ҡағыҙы;
7) шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе эшкәртеүгә ризалыҡ.