Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Декабрь 2019, 14:00

Башҡортостанда ауыл уҡытыусылары – почетта!

12 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауылда эшләп йөрөгән йәш уҡытыусыларға гранттар тапшырҙы. 600 мең һумлыҡ грантҡа 20 педагог эйә булды. Шулай уҡ был көндө үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә һәм уларға белем биреүгә ҙур өлөш индергән педагогтар дәүләт наградаларына һәм юғары исемдәргә лайыҡ булды.