Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Сентябрь 2019, 18:00

Балалар үҫеше өсөн – үҫеш нөктәләре

Оло Ыҡтамаҡ ауылының 1-се лицейы менән Башҡорт гимназияһында “Үҫеш нөктәһе” цифрлы һәм гуманитар профилдәр үҙәктәре асылды.


Сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Азамат Ҡәләмов, Вадим Саҙиҡов, мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов, мәғариф бүлеге вәкилдәре, белем биреү учреждениелары етәкселәре, ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Үҙәктәр – ул берҙәм стилдә биҙәлгән һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған яңы белем биреү киңлеге. Улар “Технология”, “Информатика”, “Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” предметтары буйынса төп дөйөм белем программаһын үҙләштереүсе уҡыусыларҙы дәрестән һуң эшмәкәрлек, шулай уҡ цифрлы, тәбиғи-ғилми, техник һәм гуманитар профилдәрҙең өҫтәмә дөйөм белем биреү программаларына йәлеп итеү өсөн булдырылған.

Мәктәптәр өсөн һатып алынған ҡорамалдар иҫәбендә – күп функциялы ҡоролмалар, ноутбуктар, мобиль интерактив комплекстар, 3D-принтерҙар, аккумуляторлы дрелдәр, елемле пис-толеттар, электр лобзиктары, медицина тренажерҙары һәм манекендары, тәүге ярҙам йыйылмалары, травмалар имитаторҙары. Унан тыш, мәктәптәрҙә шахмат, коворкинг- һәм медиазоналар барлыҡҡа килде. Улар өсөн мебель, видео- һәм фотокамералар һатып алынған.