Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Сентябрь 2019, 16:03

Бөгөн районда – 2782 уҡыусы

Мәсетле районы муниципаль белем биреү системаһын 12 урта, 4 төп, 8 башланғыс мәктәп, 25 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы, Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы филиалы һәм 2 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы – Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәшкил итә.

Районда барлығы 445 педагог, улар-ҙың 96-һы балалар баҡсаларында, 30-ы өҫтәмә белем биреү учреждениеларында хеҙмәт итә. 372-һе юғары белемле (79,8%).

Әлеге көндә 9 мәктәп, 2 балалар баҡсаһы педагогтары ситтән тороп белем ала.

Мәктәптәрҙә эш стажы өс йылдан артмаған барлығы 12 (3,6%) йәш уҡытыусы (2017 йылда улар 8 кеше ине – 2,3%) һәм бер тәрбиәсеһе (1%) эшләй.

130 самаһы педагог Рәсәй һәм республика наградаларына лайыҡ бул-ған. Район мәғариф системаһында бер Рәсәй Федерацияһының атҡаҙан-ған уҡытыусыһы, дүрт Башҡорто- стан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре һәм уҡытыусыһы эшләй, 12-һенең “Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре”, 5-һенең “Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы”, 54-нең “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” күкрәккә тағыла торған билдәһе бар. 13 педагог Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы Почет грамотаһы, 38-ҙе Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

2018-2019 уҡыу йылында 140 педагог квалификация күтәреү курсы үткән. Шулай уҡ 93 педагогик хеҙмәткәргә квалификация категориялары билдәләнгән. 54 уҡытыусы, 1 логопед, 1 өлкән тәрбиәсе, 3 тәрбиәсе, 1 уҡытыусы-логопед, 1 өҫтәмә белем биреү педагогы, 4 тренер-уҡытыусы юғары категорияға аттестацияланған.

Беренсе категорияға 29 кеше ат- тестация үткән. Шуларҙың 17-һе – уҡытыусы, 1 – социаль педагог, 1 – уҡытыусы-ойоштороусы, 4 – тәрбиәсе, 1 – өлкән тәрбиәсе, 1 – физкультура инструкторы, 2 – өҫтәмә белем биреү педагогы, 2 – тренер-уҡытыусы. 16 кеше беренсе тапҡыр аттестацияланған.

Әлеге ваҡытта 254 (57%) мәктәп педагогы юғары, 134 (30,1%) уҡытыусы беренсе категорияға эйә.

Беренсе тапҡыр беҙҙең район уҡытыусыһы “Йәш уҡытыусы” конкурсының республика этабында ҡатнашып, “Педагогик өмөт” номинацияһында еңеүсе булды. Ул – 1-се лицейҙың башланғыс кластар уҡытыу-сыһы Айтуған Таһиров.

1-се лицейҙың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нина Ярушина “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡатнашты һәм “Педагогик өмөт” номинацияһында еңеүсе булды.

Мәктәптәрҙә уҡытыу рус, башҡорт һәм татар телдәрендә алып барыла.

2019 йылда 121 сығарылыш уҡыу-сыһы урта белем тураһында аттестат алған, 9 аттестат – отличие менән, туғыҙ уҡыусы миҙалға тамамлаған.

2019-2020 уҡыу йылында 2782 уҡыусы парта артына ултырҙы, шуларҙың 296-һы – беренсе класҡа килгән.