Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Сентябрь 2019, 14:04

Сентябрҙең төп байрамы

Белем көнө етте

Район мәктәптәрендә байрам линейкалары үтте, 2782 уҡыусы парта артына ултырҙы, шуларҙың 296-һы – беренсе класс уҡыусылары.

Беҙ быйыл 25 йыллыҡ юбилейын билдәләүсе Түбәнге Бобин ауылы мәктәбендә булдыҡ. Бында 170 уҡыусы белем аласаҡ.

Ҡулдарына матур-матур сәскә гөлләмәләре тотҡан ҡупшы уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр мәктәпкә йыйылды. Дәртле көй аҫтында бөтә кластар ҙа тантаналы линейкаға теҙелде.

Традиция буйынса беренсе булып тантанаға йыйылыусыларҙы мәктәп директоры Татьяна Новоселова, Кесе Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Степан Гуштюк һәм саҡырылған ҡунаҡтар – район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, район прокуроры Азамат Шәйбәков, “Ленинский” АПК-һы рәйесе Павел Ватолин ҡотланы.

Улар уҡыуҙың еңел булмауын, әммә мауыҡтырғыс һәм шатлыҡлы хеҙмәт икәнлеген билдәләп үтте. Яңы уҡыу йылының барыһы өсөн дә сағыу һәм уңышлы, ижадҡа бай, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булыуын, балаларҙы ла, педагогтарҙы ла рухи һәм интеллектуаль яҡтан байытыуын теләне.

Әнис Ҡасим улы мәғариф өлкәһендәге пландар һәм үткән уҡыу йылындағы ҡаҙаныштар тураһында һөйләне.

– Мәғариф милли проектына ярашлы Мәсетле районы 2019 йылдан 2024-кә тиклем төбәк проекттарын бойомға ашырыуҙа ҡатнашасаҡ. 20 сентябрҙән ике белем биреү учреждениеһында – лицейҙа һәм Башҡорт гимназияһында “Үҫеш нөктәһе” цифрлы һәм гуманитар үҙәктәре асыласаҡ.

Белем алыу престижы, уҡытыу сифаты үҫә. 2018-2019 уҡыу йылында уҡыу сифаты – 53,4, өлгәш 99,4% тәшкил итте. Районда һәләтле балаларға ярҙам итеү системаһын үҫтереү буйынса эш дауам итә. “Иң яҡшы йыл уҡыусыһы-2019” район конкурсында Башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Зөлфиә Хафизова еңеп сыҡты. Ә Башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Эмиль Баһаманов һәм Оло Аҡа мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Айгөл Әхтәрова призерҙар булды.

2018-2019 уҡыу йылы һуңында һәләтле балаларҙы ҙурлап “Таланттар йондоҙлоғо” район байрамы үтте. Улар – Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этабында, төрлө конкурстарҙа еңеүселәр, төбәк этабында ҡатнашыусылар. Сәхнәлә йөҙҙән ашыу һәләтле баланы күреү күңелле булды.

Быйыл 11-се класты тамамлаусы 103 уҡыусы имтихандарҙы уңышлы үтеп, урта дөйөм белем тураһында аттестаттар алды. “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалдары менән район буйынса туғыҙ сығарылыш уҡыусыһы бүләкләнде.

9-сы класты тамамлаусы 261 уҡыу-сы төп дөйөм белем тураһында аттестаттар алды, шуларҙың 24-те – тик “биш”ле билдәләре менән.

2019 йылда БДИ йомғаҡтары буйынса иң күп балл йыйған сығарылыш уҡыусылары конкурсында Башҡорт гимназияһынан Алһыу Ғәтиәтуллина, 1-се лицейҙан Әминә Ғиззәтуллина, Алһыу Фәхретдинова, Юлиә Мансурова, Эвелина Ахунова, Әләгәҙ мәктәбенән Адель Нуруллина еңеүсе булды.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәғариф министрлығы, район хакимиәте уҡыусыларҙың йәйге ялын ойоштороуға һәм уларҙы сәләмәтләндереүгә ғәйәт ҙур әһәмиәт бирә. Йәйге каникулда райондың 2432 (92%) уҡыусыһы ял итте һәм һаулығын нығытты, – тине район етәксеһе.

Яуап итеп беренсе класс уҡыусылары төркөмө сығыш яһаны, быйыл улар – 23.

Быйылғы уҡыу йылына тәүге мәктәп ҡыңғырауын яңғыратыу хоҡуғы 11-се класс уҡыусыһы Мария Носкова менән беренсе класс уҡыусыһы Вероника Чубароваға бирелде.

Белем көнө менән! Изге юлға!