2018-2019 уҡыу йылында Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этабында 19 уҡыусы ҡатнашты. Шуларҙың ун икеһе еңеүсе һәм призер булды. Түбәнге Бобин мәктәбе уҡыусылары төрлө предметтар буйынса ситтән тороп һәм дистанцион төбәк һәм Бөтә Рәсәй олимпиадаларында ҡатнашты һәм призлы урындар алды.
мәктәптең ғилми ойошмаһында ҡатнашыусылар һаны ышаныслы арта. Улар район һәм республика кимәлдәрендә юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Быйыл район конференцияһына алты тикшеренеү эше тәҡдим ителде, уларҙың дүртәүһе еңеүсе һәм призер булды. Анастасия Худякованың эше БР мәктәп уҡыусыларының Бәләкәй фәндәр академияһы сиктәрендә уҡыусыларҙың Республика ғилми-тикшеренеү конференцияһының ситтән тороп ҡатнашыу этабына ебәрелгәйне.
Уҡыусыларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү һөҙөмтәләренең юғары сифаты беҙҙең эштең айырып алғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары быйыл дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы тапшырҙы.
Мәктәп уҡыусылары бөтә район сараларында: иншалар, рәсемдәр конкурстарында, шиғыр һөйләүселәр, инглиз йыры, дәүләт символикаһын белеү һәм башҡа конкурстарҙа призлы урындар ала. Мәҫәлән, Данэлия Кәшфуллина “Интернет – балалар күҙлегенән” республика конкурсының “Хикәйә” номинацияһында призер булды.
Күп йылдар беҙ спорт мәктәбе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Спорт залы иртәнән алып кискә тиклем эшләй. Әгәр иртәнге сәғәттәрҙә спорт залын уҡыу процесы биләһә, кистәрен бында волейбол, баскетбол секциялары эшләй. Йыл һайын ҡыҙҙарыбыҙ баскетбол буйынса призлы урындар ала, мәктәптең йыйылма командаһы туризм буйынса спорт сараларында яҡшы һөҙөмтәләр күр-һәтә.
Бөгөн Түбәнге Бобин мәктәбе заман менән бергә атларға ынтыла. Матди база тулылана, заманса яңы технологиялар: интерактив таҡталар һәм мультимедиялы проекторҙар, яңы компьютерҙар, электрон документ алып барыу һәм яңы информатика кабинеттары индерелә.
2018-2019 уҡыу йылында мәктәп Бөтә Рәсәй “Цифрлы белем биреү мөхите” проектында ҡатнашты.
Мәктәбебеҙ көслө педагогик коллективы менән айырылып тора. бында 16 педагог, шул иҫәптән өс БР мәғарифы отличнигы һәм бер БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы эшләй. Беҙҙең мәктәптә йәш уҡытыусылар күп түгел, ләкин улар – беҙҙең өмөт һәм киләсәк.
уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары.