Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Август 2019, 13:00

Уҡытыусыларҙың йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһала

Бөгөн районда мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтә


Беҙҙең район делегацияһы мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә.
Август кәңәшмәһе йылдың иң мөһим көндәренең береһен яҡынлаштыра. Ошо көндән белем донъяһына юл һалынған һәм һалына. Педагогтар өсөн кәңәшмә – яңы уҡыу йылына матур старт биреүсе үҙенә бер төрлө байрам.

Мәсетле районының муниципаль мәғариф системаһы 12 урта, 4 төп, 8 башланғыс мәктәптән, 25 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһынан, Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы филиалынан һәм ике өҫтәмә белем биреү учреждениеларынан – Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонан, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән тора.

Районда барлығы 445 педагог эшләй, шуларҙың 96-һы – мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында, 30-ҙы – өҫтәмә белем биреү учреждениеһында. 372 (79, 8%) мәғариф хеҙмәткәре юғары белемгә эйә.

Әлеге ваҡытта мәктәптәрҙең туғыҙ педагогик хеҙмәткәре (2,5%), ике балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе (1,9%) ситтән тороп уҡый.

Райондың мәғариф системаһында өс йылдан әҙерәк педагогик стажға эйә 12 (3,6%) йәш уҡытыусы, бер (1%) тәрбиәсе эшләй.

130-ға яҡын педагогик хеҙмәткәр Рәсәй һәм республика наградаларына эйә. Райондың мәғариф системаһында эшләй: Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы – бер, Баш-ҡортостан Республикаһының атҡаҙан-ған хеҙмәткәре һәм уҡытыусыһы – дүрт; 12 кеше “Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре” түш билдәһенә эйә, “Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы” – 5, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” – 54. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән 13 педагогик хеҙмәткәр бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән – 38 кеше.

2018-2019 уҡыу йылында 140 педагог квалификацияны арттырыу курстарында белемдәрен камиллаштыр-ҙы. 91 педагог аттестация үтте. Шулар араһында юғары категорияға: 54 уҡытыусы, өс тәрбиәсе, дүрт тренер-уҡытыусы, берәр логопед, уҡытыусы-логопед, өлкән тәрбиәсе һәм өҫтәмә белем биреү педагогы.

29 педагог беренсе категорияға аттестация үтте. Улар араһында 17 уҡытыусы, дүрт тәрбиәсе, икешәр өҫтәмә белем биреү педагогы һәм тренер-уҡытыусыһы, берәр социаль педагог, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне уҡытыусы-ойоштороусыһы, өлкән тәрбиәсе һәм физкультура буйынса инструктор. 16 кеше тәүге тап-ҡыр аттестация үтте.

254 педагогик хеҙмәткәр (57%) юғары квалификациялы, 134 хеҙмәткәр (30,1%) – беренсе.

“Йыл уҡытыусыһы” конкурсының муниципаль этабында райондың 20 уҡытыусыһы ҡатнашты. Унда Оло Аҡа мәктәбенең математика уҡытыу-сыһы Ильмира Дилмөхәмәтова еңеү яуланы. Шулай уҡ ул район кимәлендә үткән “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсының “Йыл уҡытыу-сыһы” номинацияһында еңде.

Беҙҙең райондан тәүге тапҡыр 1-се лицейҙың башланғыс кластар уҡытыусыһы Айтуған Таһиров “Йәш уҡытыусы” конкурсының төбәк этабында ҡатнашыуға иреште һәм “Педагогик өмөт” номинацияһында еңеү яуланы.

1-се лицейҙың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нина Ярушина “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡатнашып, “Һөнәргә тоғролоҡ” номинацияһында еңеп сыҡты.

2018-2019 уҡыу йылында көнүҙәк проблемалар буйынса 70-ләгән семинар үткәрелде.

Мәктәптәрҙә уҡытыу рус, башҡорт һәм татар телдәрендә алып барыла.

Мәғариф учреждениеларында эксперименталь эш алып барыу һәм инновацион процестарҙы фәнни-ғәмәли эштәр менән ҡушып алып барыу өсөн Оло Ыҡтамаҡ лицейы һәм Башҡорт гимназияһы базаһында республика тәжрибә-эксперименттар майҙансыҡтары эшләүен дауам итә.

2019 йылда 121 сығарылыш уҡыусыһы урта дөйөм белем тураһында аттестат алды, туғыҙ уҡыусы мәктәпте миҙалға тамамланы.

Үткән уҡыу йылында Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының муниципаль этабында еңеүгә өлгәшкән һәм призер булған 15 уҡыусы конкурстың төбәк этабында ҡатнашты.

Шулай уҡ район уҡыусылары “Аҡмулла олимпиадалары”нда ҡатнашты. Унда Әләгәҙ мәктәбенән Анастасия Балдина “Киләсәкте тыуҙырып” миҙалы менән бүләкләнде.

Райондың белем биреү учреждениеларында һәләтле балалар менән тикшереү һәм проект эштәре әүҙем алып барыла. Мәҫәлән, 2019 йылдың ғинуарында уҡыусыларҙың XIV район фәнни-ғәмәли конференцияһы ойошторолдо. Унда 17 дөйөм белем биреү учреждениеларынан 122 уҡыу-сы үҙенең проектын яҡланы. Еңеүселәрҙең 18 эше мәктәп уҡыусыларының Бәләкәй фәндәр академияһы сиктәрендә ойошторолған республика фәнни проекттар конкурсының ситтән тороп ҡатнашыу этабына ебәрелде. Һигеҙ уҡыу-сы химия, информатика һәм физика буйынса ошо конкурстың көндөҙгө этабында ҡатнашыуға иреште.

Башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Зөлфиә Хафизова “Йыл уҡыу-сыһы” булды.

Талантлы балаларҙы хуплау буйынса саралар комплексы уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, йәш спортсылар өсөн “Олимп”, туристар өсөн “Вертикаль” лагерҙары, республика һәм Кремль шыршыларында ҡатнашыу, “Орленок” Бөтә Рәсәй һауыҡтырыу үҙәгендә һәм башҡорт теле буйынса һәләтле балалар өсөн республика лагерҙарында ял итеү. Шулай уҡ йыл һайын районыбыҙ, республикабыҙ һәм илебеҙҙең ҡалалары, иҫтәлекле урындары буйлап автобус менән экскурсиялар ойошторола.

Уҡыу йылы һуңында муниципаль байрам – һәләтле балаларҙы ҡотлау тантанаһы үтте. Унда олимпиадаларҙың, конкурстарҙың һәм ярыштар-ҙың муниципаль һәм республика этаптарында еңеүгә өлгәшкән һәм призлы урындар алған 100-ҙән ашыу бала ҡатнашты.