Ул хеҙмәт юлын 32 йыл элек ошо уҡ мәктәптә пионервожатый булып башлай. Туған телгә һөйөү уны Башҡорт дәүләт университетының татар теле факультетына алып килә. Уҡыу йортон уңышлы тамамап, йәш педагог башы-аяғы менән эшкә сума. Тел, уның сихри көсө, матурлығы тураһында ул дәрестәрҙә генә түгел, ә ата-әсәләр йыйылышында ла, клуб сәхнәһендә лә, балалар менән бергә сығыш яһағанда ла сәғәттәр буйы һөйләй ала.
– Бөгөн белем биреүҙә төп бурыстарҙың береһе – балаларҙа үҙ халҡыңа һөйөү, татар теленең гүзәллегенә, тыуған илдең үткәненә һәм бөгөнгөһөнә ҡыҙыҡһыныу уятыу, киләсәккә ышаныс тәрбиәләү. Туған тел – ул йолалар-ҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыу. Унда бәйләп бөткөһөҙ тәрбиә көсө, – ти Әлфиә Разаҡ ҡыҙы тел тураһында ғорурланып.
Уның эшенә ҡарап, ысын уҡытыусы нәҡ шундай булырға тейештер, тигән һығымта яһайһың. Ул уҡыусылар өсөн яҡын дуҫ, ысын тәрбиәсе-кәңәшсе – үҙ эшенең оҫтаһы.
– Мин кемделер айырым ғына яратам, тип әйтә алмайым. Һәр ҡайһыһына йөрәк йылымды тигеҙ бүлергә тырышам. Уҡыусыларым мине һәм дәресемде көтөп ала икән, минең өсөн шунан да ҙур бәхет юҡ. Һәм мин уларҙың өмөттәрен аҡларға тейешмен, – тип уртаҡлаша ул.
Әлфиә Мәғәсүмова байтаҡ йылдар дауамында уҡыусылар менән фәнни-тикшеренеү эштәре алып бара. Үткән уҡыу йылында һигеҙенсе класс уҡыусыһы Гүзәлиә Ардаева “Татар исемдәре ни һөйләй?” темаһына башҡарған эше иң уңышлыларҙан иҫәпләнде. Абдулла мәктәбе уҡыусылары йыл һайын үткәрелгән “Туҡай төрлө телдәрҙә” конкурс-фестивалендә призлы урындар яулай. Былтыр алтынсы класс уҡыусыһы Айназ Ибраһимов шағирҙың “Туған тел” шиғырын татар, башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә йырлап ишеттерҙе.
Ошо тырышлығын, яуаплылығын, талапсанлығын күреп, 2009 йылда Әлфиә Разаҡ ҡыҙын мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Был яуаплы эш урынында ла ул һынатмай. Ун йыл етәксе булып эшләү дәүерендә, мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләү осоронда күп тап-ҡырҙар беренсе урын яуланы. Ошо хеҙмәттәре өсөн мәғариф бүлеге һәм район хакимиәтенең маҡтаулы грамоталары менән бүләкләнде.
– Мәктәпкә мин ашҡынып, көс-дәрт менән киләм. Заманса талаптарға яуап биргән, барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылған мәктәптә кемдәр генә эшләргә теләмәҫ ине икән? Бының өсөн беҙ, бөтә коллектив, район хакимиәтенә, бигерәк тә район етәксеһе Әнис Ҡасим улы Әсәҙуллинға рәхмәтлебеҙ! – тип йомғаҡлай һүҙен Әлфиә Разаҡ ҡыҙы.
Коллектив исеменән профсоюз рәйесе